Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 118 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12 328-гә етте. Һауыҡҡандар – 11 101 (һуңғы тәүлектә 8 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 67, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат. Уның хаҡында 1926 йылғы ир булыуы мәғлүм, Әлшәй районынан. Йөрәк-ҡан тамырҙары, гипертония, һимереү сирҙәренән яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 319 (шул иҫәптән 31 кеше ауыр хәлдә, алтауһы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 841 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 531 871 тикшереү үткәрелгән, 1 481 447 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11619 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 355 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 343 пациент дауахананан сығарылған.