Быйыл Башҡортостан Республикаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты нигеҙендә йөҙҙән ике меңгә тиклем кеше йәшәгән биләмәләрҙә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм ауыл врач амбулаториялары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен яңыртыу күҙаллана. Проекттың маҡсаты – 2024 йылға ауыл халҡын медицина ярҙамы менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртыу, уға эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеү.
Дүртөйлө районының Ивачев ауылында заманса модулле ФАП төҙөлөшө тамамланып килә. Каркас-панель конструкцияларынан тиҙ арала ҡоролған бинала дауалау учреждениеларынан алыҫ урынлашҡан биләмәләр халҡына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Медицина пунктын шулай уҡ тейешле йыһаз һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү күҙаллана.
Мәғлүм булыуынса, быйыл Башҡортостанда 91 яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын сафҡа индереү планлаштырыла. Авария хәлендәге 72 ФАП-ты яңыртасаҡтар, Адреслы республика инвестиция программаһы нигеҙендә 13 пункт төҙөлә. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программа буйынса йәнә алты ФАП һалынасаҡ.
Фото: durtuli.bashkortostan.ru