Сәләмәт булайыҡ
16 Ноябрь 2020, 17:45

Дарыуҙарҙы өйҙәргә алып бара башланылар

Үҙе Зубовтағы үҙәктә дауаланып сыҡҡан депутат башҡаларға ярҙам итергә теләй.

Башҡортостанға өйҙә дауаланған пациенттар өсөн бушлай дарыуҙар килә башланы, тип хәбәр иткәйнек. Билдәле булыуынса, улар коронавирус диагнозы ҡуйылған йәки был инфекцияға шик бар осраҡта бирелә.
Бөгөн баш ҡаланың 5-се поликлиникаһы дарыуҙар йыйылмаһын алып барып бирә башланы. Был эште ирекмәндәр һәм медицина персоналы тормошҡа ашыра.
"Бына дарыуҙарҙы алдым, хәҙер коронавирус диагнозы ҡуйылған, сирҙең уртаса ауырлыҡ формаһын кисергән пациенттың өйөнә барам. Дарыуҙы уларға дәүләт бушлай бирә. Мин эште ирекмән булараҡ башҡарам. Сирле ризалығын һәм дарыуҙарҙы алыуын раҫлап ҡул ҡуйырға тейеш", – тип эш асылы менән таныштырҙы Өфө ҡалаһы Советы депутаты Айҙар Зөбәйеров.
Депутаттың ғаиләһе күптән түгел был сир менән ауырыған икән.
"Үҙем Зубовтағы үҙәктә ятып сыҡтым. Сирҙең ни тиклем мәкерле икәнлеген аңлайым һәм кешеләргә ярҙам иткем килә", – ти ул.
5-се поликлиника баш табибының медицина буйынса урынбаҫары Оксана Дмитриева билдәләүенсә, тәүге йыйылмалар килгән һәм алып барыуға әҙерләнеп бөткән.
"Дарыуҙарҙы тәү сиратта уртаса ауырлыҡта сирләгән кешеләр аласаҡ. Уларҙы тәьмин итеп бөткәс, еңелерәк формала сирләгәндәргә алып барасаҡтар. Был эштә беҙгә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәре ярҙам итә. Һәр пациентҡа, табип билдәләүенән сығып, исемле йыйылма әҙерләнә. Был коронавирус менән ауырығандар өйөнән сыҡмаһын, карантин режимын боҙмаһын өсөн дә мөһим", – тине ул.
Читайте нас