Сәләмәт булайыҡ
17 Ноябрь 2020, 16:00

1 декабргә әҙер булырға тейеш

Стәрлетамаҡтағы инфекция үҙәге төҙөлөшөнә 700-ҙән ашыу кеше, 80-дән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ваҡытлыса клиник-диагностика инфекция үҙәге төҙөлөшө йылдам дауам итә. Эштәр ике сменала алып барыла, 700-ҙән ашыу кеше, 80-дән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән.
Төҙөлөш участкаһы начальнигы Руслан Латипов белдереүенсә, әле йылытыу, елләтеү, электр менән тәьмин итеү системаларын ҡуялар. "Тәҙрә, витраждар урынлаштырыла, ҡаҙанлыҡты йылы биреүгә әҙерләйбеҙ, биләмәне төҙөкләндереү, йәшелләндереү дауам итә. Алдағы көндәрҙә эске диуарҙарҙы, бүлмәләрҙе монтажлауға, эске биҙәү эштәренә тотонабыҙ", – ти ул.
Ковид-госпиталь биләмәһендә юл, тротуарҙар төҙөү, бордюрҙар ҡуйыу дауам итә, яҡтыртыу бағаналары урынлаштыра башлағандар. Дауахананы 1 декабргә тапшырырға тейештәр, ә 5 декабрҙән ул тәүге ауырыуҙарҙы ҡабул итер тип көтөлә.
Яңы корпустың койка ҡеүәте – тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк 60 бокс һәм 14 реанимация боксы (уларҙың өсәүһе – балалар, туғыҙы – ололар, берәүһе операциянан һуң дауаланғандар өсөн тәғәйенләнгән).
Госпиталде төҙөүгә Башҡортостан бюджетынан 2,195 миллиард һум бүленгән, уның 1,4 миллиарды – төҙөлөш-монтаж, 795,6 миллион һумы медицина һәм башҡа ҡорамалдар, мебель, хужалыҡ кәрәк-ярағы, транспорт алыуға тәғәйенләнгән.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас