Сәләмәт булайыҡ
18 Ноябрь 2020, 15:30

Иҫәп 13 меңгә яҡынлаша

Бөгөн тағы бер кеше вафат. Амбулатор шарттарҙа дауаланғандарҙың һаны ла арта бара.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 119 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12 684-кә етте. Һауыҡҡандар – 11 191 (һуңғы тәүлектә 37 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 70, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат. Уның хаҡында Өфө ҡалаһынан булыуы мәғлүм. 78 йәшлек ҡатын гипертония, шәкәр диабеты һәм үпкәһендәге күләмле үҙгәрештән яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 346 (шул иҫәптән 31 кеше ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1077 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 566 624 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә - 12 721.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 366 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 351 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас