Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2020, 11:00

Бында кешеләр аңлы

Ишембай һәм Салауат ҡалаларындағы тикшереүҙәр нимә күрһәткән?

Башҡортостанда коронавирус пандемияһына бәйле санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәүҙе тикшереү буйынса рейдтар дауам итә. Эске эштәр органдары, башҡарма власть һәм муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәре үткән аҙнала кешеләр күпләп йөрөгән 8700 объектты тикшергән.
Һөҙөмтәлә, кешеләрҙең битлек режимын үтәмәгәне өсөн 1400 протокол төҙөлгән, ә санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәмәгән ойошма һәм эшҡыуарҙарға ҡарата бер нисә тиҫтә административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылған.
Ишембайҙа битлек режимын йәмәғәт транспортында һәм сауҙа үҙәктәрендә нисек үтәү даими контролдә тотола.
“Рейдтар көн һайын бара, шул иҫәптән кискеһен һәм төндәрен дә. Эшмәкәрлектәрен 24 сәғәттән һуң дауам иткән йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа нөктәләре лә тикшерелә. Беҙ уларҙың иҫәп журналдары булыуын, социаль дистанция тамғалары һыҙылыуы, клиенттар һәм хеҙмәткәрҙәрҙең битлек режимын үтәүе, антисептик һәм һабындың булыуын ҡарайбыҙ. Бөгөнгә 200 ойошма һәм учреждение тикшерелде, шул иҫәптән коммерцияға ҡараған һәм шәхсиләре лә. Уларҙың 80-нә ҡарата административ эштәр ҡуҙғатылды, уларҙы артабан ҡарау өсөн Ишембай судына тапшырасаҡбыҙ, – тине Ишембай районы административ комиссияһы рәйесе урынбаҫары Анастасия Миңлеғолова.
Уның һөйләүенсә, көн һайын йәмәғәт транспортында битлек режимын үтәүҙе тикшерәләр. Рейдтар күрһәтеүенсә, халыҡ башлыса аңлы һәм транспортта күпселек битлектә йөрөй.
Салауат ҡалаһында ла контроль саралары уҙғарыла. Бында “Роспотребнадзор” вәкилдәре магазиндарҙы даими тикшереп тора. Ҡаланың ҙур сауҙа үҙәгендә эшләгән магазиндарҙың береһе директоры Эльза Фәттәхова белдереүенсә, эшҡыуарҙар был сараларға аңлап ҡарай.
– Магазиндар санитайзерҙар менән тәьмин ителгән, битлек кеймәгән кешене хеҙмәтләндермәйбеҙ. Кешеләр ҙә барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәй, – тине ул.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас