Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2020, 14:50

“Бындай ярҙамға һәр ваҡыт мохтажбыҙ”, – ти табиптар

"Ошоноң ише ҡатмарлы ваҡытта бизнес айырыуса социаль яуаплылыҡ күрһәтергә, тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм дауаханаларға ярҙам итергә тейеш”.

“СИБУР” нефтехимия компанияһы Башҡортостан дауаханаларына хәйриә ярҙамы күрһәтеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә компания вәкилдәре Благовещен үҙәк район һәм Өфөнөң 18-се дауаханаларына эпидемиологик комплекттар, медицина битлектәре һәм һаҡлаусы күҙлектәр тапшырҙы.
“Беҙҙең ҡалала 60 урынға иҫәпләнгән ковид-госпиталь эшләй. Табиптар өсөн һаҡланыу сараларының барыһы ла бик мөһим. “СИБУР” компанияһына һәм беҙҙе кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин иткән барлыҡ ойошмаларға ҙур рәхмәт”, – тип билдәләне Благовещен район дауаханаһының баш табибы Ренат Ғәббәсов.
“СИБУР-Полиэф”тың генераль директоры кәңәшсеһе Владимир Яшин әйтеүенсә, ике дауаханаға ла 500-әр һаҡланыу костюмы тапшырылған.
“Был беҙҙең тарафтан ойошторолған тәүге акция түгел. Пандемия осоронда “СИБУР” Өфөнөң 18-се дауаханаһын – 2,5 мең, Благовещен район дауаханаһын бер мең костюм, битлек, күҙлек кеүек һаҡлыҡ саралары менән тәьмин итте. Был эште даими алып барабыҙ, сөнки коронавирус пандемияһы өсөн көрәш фронтының алғы сафында кемдәр тороуын яҡшы аңлайбыҙ. Ошоноң ише ҡатмарлы ваҡытта бизнес айырыуса социаль яуаплылыҡ күрһәтергә, тәү сиратта медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм дауаханаларға ярҙам итергә тейеш”, – тине Владимир Яшин.
Өфөләге 18-се дауахананың баш шәфҡәт туташы вазифаһын башҡарыусы Светлана Аҫылбаева компания вәкилдәренә барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре исеменән рәхмәт белдерҙе.
“Был – беҙҙең өсөн бик ҙур ярҙам, сөнки һаҡлаусы костюмдар һәм битлектәр көн һайын утилләштерелә, шуға күрә бындай ярҙамға һәр ваҡыт мохтажбыҙ”, – тине ул.
Шулай уҡ был аҙнала “Рәсәй нигеҙе” йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарҙары “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәнлек үҙәгенә шәхси һаҡланыу саралары тапшырған. “Снабжение” сауҙа йорто ике мең медицина битлеге, ә “Дэлэкса” йәмғиәте 800 санитайзер һәм башҡа санитар эшкәртеү саралары һатып алған.
“Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре көн һайын аҙыҡ-түлек кенә түгел, өй шарттарында дауаланған сирлеләргә дарыуҙар ҙа алып бара. Уларҙың һаулығын һаҡлау бик мөһим мәсьәлә, шуға күрә беҙ ошондай ярҙам күрһәтергә хәл иттек”, – тине “Снабжение” сауҙа йортоноң генераль директоры урынбаҫары Эмиль Ғәйетҡолов.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас