Сәләмәт булайыҡ
19 Ноябрь 2020, 16:30

Тағы ла кире рекорд...

Бөгөн йәнә бер кеше вафат. Пневмония менән сирләгәндәргә килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 125 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 12809-ға етте. Һауыҡҡандар – 11 275 (һуңғы тәүлектә 84 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 71, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат. Уның Өфөнән 1948 йылғы ҡатын булыуы мәғлүм, шәкәр диабетынан, ашҡаҙандың гипоксик яраларынан, полиорган етешмәүсәнлектән яфаланған.
Башҡортостан стационарҙарында – 356 (шул иҫәптән 32 кеше ауыр хәлдә, 11-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1107 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 578 549 тикшереү үткәрелгән, 1 527 084 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11 925 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 389 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 376 пациент дауахананан сығарылған.
Фото: ria.ru
Читайте нас