Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2020, 14:30

Аңлатма бирәбеҙ!

Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы режим тағы ла көсәйтелде. Әммә бәғзеләрҙең ошо юҫыҡта көнүҙәк һорауҙары бар, рәсми власть вәкилдәре менән берлектә һеҙҙең өсөн уларҙың ҡайһы берҙәренә яуаптар әҙерләнек.

Республикала коронавирус инфекцияһына ҡаршы режим тағы ла көсәйтелде. Әммә бәғзеләрҙең ошо юҫыҡта көнүҙәк һорауҙары бар, рәсми власть вәкилдәре менән берлектә һеҙҙең өсөн уларҙың ҡайһы берҙәренә яуаптар әҙерләнек.


Битлектәрҙе ниндәй нигеҙҙә кейергә тейешбеҙ?

Әле яҙ уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус Указға ҡул ҡуйҙы һәм төбәк башлыҡтарына эпидемиологик хәлгә бәйле, төрлө сикләүҙәр индереү вәкәләтен бирҙе. Был предприятиелар ябылыуҙан алып кеше­ләрҙең хәрәкәттәрен сикләүгә ҡайтып ҡала. Шулай уҡ норматив нигеҙ “Халыҡты һәм биләмәләрҙе техноген һәм тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында” федераль законда ла ҡаралған.


18 мартта Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәй­ле юғары әҙерлек режимы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уға эпидемиологик хәлгә бәйле үҙгәрештәр индерелеп тора, әммә йәмәғәт транспортында, йәмәғәт урындарында битлек, бир­сәткә кейеү талабы мотлаҡ булып ҡала.


Октябрь аҙағында был талап ил буйынса ла мотлаҡ тип билдәләнде. “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова махсус ҡарарға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, битлек кейеү талабы ҡануни йәһәттән нығытылған.


Режим боҙған өсөн ҡануниәт ярайһы уҡ ҙур штраф һалыуҙы күҙ­аллай: суммалар бер мең һумдан биш меңгәсә, юридик шәхестәр өсөн 50 мең һумдан 200 меңгә етеүе ихтимал. Ноябрҙә республика буйынса бихисап рейдтар ойошто­ролған, 700-ләгән протокол төҙөлгән.


Башлыҡ указында имза юҡ, шуға документ законлымы?

Был һорауға иһә яуап түбәндәгесә. Имза ысынлап та сайтта юҡ, әммә ул кәрәкмәй ҙә. Рәсәй Консти­ту­цияһына ярашлы, кеше хоҡуҡтарына, иркенә, бурыстарына ҡағылышлы барлыҡ ҡанундар, норматив акттар баҫылып сығырға, халыҡҡа етке­релергә тейеш. Был “рәсми баҫыл­ған” тигәнде аңлата. Уның ҡағиҙәләре һәр төбәктә айырым билдәләнә. Беҙҙең Башҡортостанда, мәҫәлән, барлыҡ документтар npa.bashkortostan.ru сайтына һалына. Унда баҫылыу документҡа ҡул ҡуйылған, юридик көсөнә ингән тигәнде аңлата. Был Башҡортостан Президентының 1996 йылдың 26 сентябрендәге 629-сы указында раҫланған (10.03.2015 йылда мөхәр­рирләнгән, Указ Президента РБ от 26.09.1996 УП-629 һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин). Башлыҡ ҡул ҡуйған документ­тың ҡағыҙ нөсхәһе лә бар, ул канцелярияла һаҡлана. Ошондай уҡ ғәмәл Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте документтары менән дә тормошҡа ашырыла.


Фото: znanio.ru
Читайте нас