Бөгөн Өфө ҡалаһындағы балалар поликлиникаларының баш табиптарына өр-яңы алты "Lada Granta Universal" автомобиле асҡысы тапшырылды. Улар республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған. Был маҡсатта 3,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Яңы автомобилдәрҙе алыу бәхетенә баш ҡаланың 17-се балалар клиник дауаханаһы һәм 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы балалар поликлиникалары өлгәште. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин уларҙы тапшырыу тантанаһының Педиатрҙар көнөнә һәм Бөтә донъя балалар көнөнә тура килеүен символик мәғәнәгә эйә, тип билдәләне.
“Бөгөн һеҙгә тапшырған был автомобилдәр йөҙҙәрсә, меңдәрсә балаларҙың ғүмерен ҡотҡарыр. Быйыл һеҙҙең иңдәргә иҫ киткес ҙур көсөргәнеш ятты, әммә уны лайыҡлы күтәрәһегеҙ”, - тип билдәләне ул медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм “Ашығыс ярҙам” водителдәренә мөрәжәғәт итеп.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы йылдарҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү тармағына, айырыуса уның матди-техник базаһын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Ул әлеге еңел булмаған осорҙа фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм водителдәргә ихлас рәхмәт белдерҙе.
“Һеҙгә бик ҙур яуаплылыҡ, иң ҙур ҡиммәт – балалар һаулығы ышанып тапшырылған. Һеҙҙең тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә белеүегеҙгә сабый ғүмере бәйләнгән. Ябай булмаған әлеге осорҙа амбулатор шарттарҙа балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү – мөһим һәм яуаплы бурыс. Шуға күрә беҙ киләсәктә лә һеҙҙең өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”, - тине министр.
Быйылғы йыл аҙағына тиклем ошондай тағы алты автомобиль һатып алыу күҙаллана.