Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2020, 07:45

Үҙең һайла!

Тормош күҙ алдыбыҙҙа үҙгәрҙе: ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙгә күренмәгән дошман, ҡәһәрле коронавирус, кешелек өсөн оло һынау булып, йәшәйешебеҙҙең һәр тармағына, һәр сағылышына үтеп инде, бик күп юғалтыуҙар, проблемалар алып килде. Әммә бирешергә хаҡыбыҙ юҡ! Тарихтан беләбеҙ: кешелек быға тиклем дә бындай һынауҙар менән күҙмә-күҙ осрашҡан, әммә һәр саҡ уларҙы лайыҡлы еңеп сыға алған.

Ошо шатлыҡлы, имен осорҙо яҡынайтыу өсөн күп тә кәрәкмәй: вирусҡа беҙ фәҡәт шәхси яуаплылыҡ нигеҙендә генә ҡаршы тора алабыҙ. Һүҙ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр, һаҡланыу саралары хаҡында бара.

Быйыл яҙ башында уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус Указға ҡул ҡуйҙы һәм төбәк башлыҡтарына эпидемиологик хәлгә бәйле төрлө сикләүҙәр индереү вәкәләтен бирҙе. Был предприятиелар ябылыуҙан алып кешеләрҙең хәрәкәттәрен сикләүгә тиклем ҡайтып ҡала. Шулай уҡ норматив нигеҙ “Халыҡты һәм биләмәләрҙе техноген һәм тәбиғи ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау тураһында”ғы Федераль законда ла ҡаралған.

18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға эпидемиологик хәлгә бәйле үҙгәрештәр индерелеп тора, әммә йәмәғәт транспортында, йәмәғәт урындарында битлек, бирсәткә кейеү талабы мотлаҡ булып ҡала. Октябрь аҙағында был талап ил буйынса ла мотлаҡ тип билдәләнде. “Роспотребнадзор” етәксеһе Анна Попова махсус ҡарарға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы, битлек кейеү талабы ҡануни йәһәттән нығытылған.

Әммә закон ҡабул ителеүе бер, уны үтәү – икенсе мәсьәлә. Әгәр ҙә һеҙгә үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың сәләмәтлеге, ғүмере ҡәҙерле икән, ошо иң ябай талапты инҡар итмәгеҙ, йәмәғәт урындарында, транспортта, кеше араһына сыҡҡанда битлек һәм бирсәткә кейегеҙ! Коронавирус менән сирләүселәр көндән-көн арта! Һеҙҙең именлек – һеҙҙең ҡулда!
Читайте нас