Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2020, 14:29

Күкрәк тултырып тын алыуҙың тәмен татып йәшәйек!

Ноябрҙә Бөтә донъя пневмонияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Башҡа йылдарҙа был көн, бәлки, ҡәҙимге кешеләр өсөн әллә ни һиҙелмәйенсә лә үтеп китһә, быйыл, коронавирус пандемияһы осоронда, үпкә елһенеүе, ошо ағзаға бәйле сирҙәр иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Ошо хаҡта беҙгә пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Альберт Марсель улы МИРХӘЙҘӘРОВ бәйән итте.

Ноябрҙә Бөтә донъя пневмонияға ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Башҡа йылдарҙа был көн, бәлки, ҡәҙимге кешеләр өсөн әллә ни һиҙелмәйенсә лә үтеп китһә, быйыл, коронавирус пандемияһы осоронда, үпкә елһенеүе, ошо ағзаға бәйле сирҙәр иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.


Ошо хаҡта беҙгә пульмонолог, медицина фәндәре кандидаты, баш ҡаланың 13-сө дауаханаһының пульмонология бүлеге мөдире Альберт Марсель улы МИРХӘЙҘӘРОВ бәйән итте.


Пневмония – иң хәүефле сирҙәрҙең береһе


Тын юлдары ауырыуҙары, балалар һәм ололар араһында берҙәй киң таралған. Шул иҫәптән пневмония ла. Ул кеше өсөн үтә хәүефле сирҙәрҙең береһе булып тора, үлем осраҡтары структураһында алдынғы урын­дарҙың береһен биләй. Шулай, барлыҡ йо­ғошло ауырыуҙар араһында пневмония, үлем сәбәбе булараҡ беренсе, дөйөм струк­турала алтынсы урында тора. Бөтө донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәт­тәре буйынса йыл һайын донъяла ике миллион кеше тап пневмония арҡаһында вафат була, ә быйыл коронавирус инфекцияһы таралыуы был статистиканы бермә-бер арттырҙы.
Пневмонияны (үпкә елһенеүе) йөҙҙән ашыу микроорганизмдар тыуҙыра, шул иҫәптән төрлө инфекциялар, бактериялар, вирустар, бәшмәктәр. Уны биш йәшкә тиклемге балалар һәм 65 йәште үткән ололар айырыуса ауыр үткәрә. Бигерәк тә был сир йәшәү кимәле түбән илдәрҙә киң таралған.
Сирҙең төрҙәре бихисап, ул дауахана эсендәгенә, дауахананан ситтә формалаш­ҡанына, иммунитеты түбән кешеләрҙекенә һәм башҡа төрҙәргә бүленә. Ғәҙәттә, дауаханала ятҡан кешеләрҙә барлыҡҡа килгән пневмония антибиотиктарға тотороҡло була, ә унан ситтә барлыҡҡа килгәнен бөтөнләй икенсе бактериялар тыуҙыра. Тап ошоларҙан сығып, табип пневмонияны дауалауҙың юлдарын билдәләй.


Үпкә сирҙәрен өйрәнгән тармаҡ хаҡында


Пульмонология – тын алыу юлдарындағы йоғошло, елһенеүгә, шештәргә бәйле структуралы боҙолоуҙарҙы диагностикалау, дауалау, өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе медицина тармағы. Тын юлдары туранан-тура тирә-яҡ мөхит менән бәйләнешкә инә, һәм һу­лағанда зарарлы матдәләр аҙ ғына миҡдарҙа организмға эләгеү менән, был үпкәләрҙең торошона, сәләмәтлеккә кире йоғонто яһай.
Тын юлы системаһы бигерәк тә көҙ һәм ҡыш бирешеүсән, сөнки һауа температураһы түбәнәйеү менән вируслы һәм бактериялы инфекциялар арта, хроник сирҙәр киҫкенләшә.
Шул уҡ ваҡытта үпкәнең хроник обструктив сирҙәре лә киң таралыуын, был хәл ител­мәгән проблема булып ҡалыуын билдәләйек. Уларҙың төп сәбәбе – кешеләрҙең үҙҙәрендә, йәғни тәмәке тартыуға бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был алама ғәҙәт донъяла киң тарал­ған һәм әлегә уға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеге бик түбән.
Икенсе яҡтан, үпкә сирҙәре организмдағы башҡа сирҙәрҙең күрһәткесе булыуы ла ихтимал. Был исемлектә – йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, эсәк, онкология, нәҫелдән килгән һәм башҡа ауырыуҙар инә.


Дауалағанға ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк


Пневмонияны иҫкәртеүҙең иң ябай һәм һөҙөмтәле ысулы – вакцинациялау. Иммунитетты күтәреү өсөн сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, әүҙемлек, физкультура, спорт менән шөғөлләнеү, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, хеҙмәт һәм эш режимын һаҡлау һәм башҡа ғәмәлдәрҙе башҡарыу ҙа файҙаға. Әлбиттә, дөрөҫ итеп туҡланыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡәҙимге гигиена талаптарын үтәү, биналарҙы елләтеү, битлек кейеү, ҡулдарҙы йыуыу, социаль дистанция һаҡлау – бөгөнгө төп талаптарҙың береһе.


Коронавирус һәм пневмония – йәнәшәлә


Яңы коронавирустың инкубация осоро ярайһы оҙайлы, 14 көнгә тиклем етә (уртаса 5 – 7 көн). Икенсе айырмалы һыҙаты – вирусты организмда билдәһеҙ йөрөтөү, йәғни инфекцияны йоҡторған кешеләрҙә сирҙең билдә­ләре бөтөнләй тойолмауы ихтимал. Әммә COVID-19-ҙың төп ҡурҡынысы – үпкәне зарарлау ихтималлығының үтә юғары булыуы.
Коронавирус инфекцияһын йоҡторған сирлеләр пневмония үҫешкәндең тәүге осоронда һаулығына зарланмай, сир билдә­ләренең тойолмауы ихтимал. Был осорҙа шулай уҡ рентген һүрәттәре лә сирҙе күрһәтмәүе, уға хас үҙгәрештәрҙе үпкәгә үткәрелгән компьютер томографияһы ғына тотоп алыуы бар.
Сир организмда көсәйә барған һайын, кешелә йүткереү, тән температураһы күтә­релеү, хәлһеҙлек, тын быуылыу кеүек бил­дәләр барлыҡҡа килә. Коронавирус тыуҙыр­ған пневмония ҡайһы саҡта бик ауыр үтеүе ихтимал, елһенеү процесы бактериаль пнев­монияныҡынан күпкә оҙағыраҡ дауалана һәм эҙемтәләрен бөтөрөү процесы ла ҡатмарлыраҡ.
Шул уҡ ваҡытта, COVID-19-ҙың төп бил­дәләренең береһе булған юғары температура, йүтәл башҡа киҫкен респиратор инфек­циялар ваҡытында ла күҙәтелә. Әйтергә кә­рәк, ул сирҙәр әле лә бер ҡайҙа ла юғалмаған, кешеләр шулай уҡ улар менән дә ауырый. Шуға ла сир билдәләре хасил булыу менән, тәүге көндәрҙә ҡәҙимге дауаланыу процесы башланырға тейеш, компьютер томо­графияһы үткәреү ҙә мотлаҡ түгел. Әммә пациенттың анамнезына ҡарап (коронавирус менән сирләгән кеше менән ара­лашҡан; сит илдән ҡайтҡан һәм башҡа­лар), вируслы сир билдәләре булһа, коронавирус йоҡторған тигән шик аҫтына алынһа, компьютер томографияһы үткәреү отош­лораҡ, сөнки ул хәлде тулы сағылышында аса.
Компьютер томографияһы үпкә туҡы­маларындағы үҙгәрештәрҙе төрлө ракурста күрһәтә, һәм был пациенттың организмында коронавирус инфекцияһы барлығын асыҡ­ларға, сирлене ваҡытында анализ тапшы­рырға ебәрергә, дауалай башларға мөмкинлек бирә.


Тәжрибә – ҡорал


Быйыл, коронавирус инфекцияһы республикала тарала башлаған тынғыһыҙ осор­ҙа, мин тәүгеләрҙән булып коронавирус ме­нән сирләгән кешеләр өсөн махсус ойош­торолған йоғошло ауырыуҙар госпиталенә эшкә тәғәйенләндем. COVID-госпиталдә эш башлағанда был сир менән тәүге сиратта табип-пульмонолог булараҡ профессиональ йәһәттән ҡыҙыҡ­һындым. Быға тиклем медицина әҙәбиәтендә төрлө пневмонияларҙың билдәләмәләре, киҫкенләшеү сәбәптәре, шул иҫәптән коронавирус характеристикаһы, уның ҡатмарлы стадияһы билдәләре, COVID-19 менән сирләгәндәрҙе дауалау буйынса кәңәш-тәҡдимдәр бар ине, әлбиттә. Шулай ҙа теория менән ғәмәлдәге хәл барыбер икенсерәк була, шуға ла белемемде тәжрибә менән нығытыу теләге тыуҙы.
Йоғошло ауырыуҙар госпиталендәге тәжрибәм һөнәри йәһәттән баһалап бөткөһөҙ. Ҡасан да булһа пандемия барыбер тамам­ланасаҡ, әммә ошо осорҙа туплаған ғәмәли белем-асыштар, сирҙе дауалау һәм иҫкәртеү буйынса туплаған тәжрибә пульмонология тармағы эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк итеүҙә бермә-бер булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас