Пневмококк инфекциялары – пневмококктар тыуҙырған инфекциялы бактериаль сирҙәр төркөмө ул.
Пневмококк үпкә елһенеүе (пневмония), бронхит, плеврит, эренле менингит, сепсис, отит, синусит, артрит кеүек насар сирҙәр тыуҙырыуы ихтимал. Был бактериялар ғәҙәттә, кешенең йотҡолоғонда үрсей.
Пневмококк кешенән кешегә һауа һәм контакт (уйынсыҡтар, ҡулъяулыҡ, һауыт-һаба аша) юлдары аша күсә. Сирҙе ауырыусылар ҙа, инфекцияны билдәһеҙ (симптомһыҙ) йөрөтөүселәр ҙә йоҡтора.
Уны иҫкәртеүҙең төп ысулы булып пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатыу тора. Был ғәмәл иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән.
Уға ярашлы, вакцинация федераль ҡаҙна иҫәбенә бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға (2 һәм 4,5 айҙа), ревакцинация 15 айлыҡ балаларға яһала.
Шулай уҡ, эпидемик күрһәткестәргә ярашлы, прививкаларҙың иҫкәртеү календары буйынса, Рәсәй субъекты ҡаҙнаһы иҫәбенә пневмококка ҡаршы вакцина 2-5 йәшлек балаларға һәм хәүеф төркөмөнә ҡараған өлкәндәргә яһала (хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, 60 йәштән өлкәндәргә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгән, хеҙмәткә яраҡлы йәшен үткән граждандарға, хроник үпкә сире булғандарға).
2020 йылда план буйынса республикала пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинация 93 800 кешегә, шул иҫәптән 43 800 балаға эшләнгән. Ревакцинация планы - 40 500 бала.
Вакцинациялауҙың төп маҡсаты – тын юлдары сирҙәре аҙыуына, уларға бәйле үлем осраҡтары артыуына юл ҡуймау, был тәңгәлдәге үлем күрһәткесен Рәсәйҙәге уртаса кимәлгәсә кәметеү.