Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2020, 18:00

Салауат Хөсәйенов - ирекмәнлек эшендә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Өфөлә йәшәгән ветерандарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итте.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Хөсәйенов Өфөлә йәшәгән ветерандарға һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә аҙыҡ-түлек менән ярҙам күрһәткән. Был – депутаттың ирекмәнлек эшендә икенсе тапҡыр ҡатнашыуы. Бушлай ярҙамды баш ҡаланың Совет районында көн күргән 15 кеше алды.
Пандемия көсәйеү сәбәпле, оло кешеләр ҙур ярҙамға мохтаж. “Берҙәм Рәсәй” партияһының республикалағы бүлексәһенә ҡараған “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр штабы ошо ауыр мәлдә халыҡҡа булышлыҡ ҡылыу буйынса өҫтәмә саралар күрә. Улар рәтенә эшҡыуарҙар ҙа, депутаттар ҙа ҡушыла. Салауат Хөсәйенов аҙыҡ-түлекте шәхси аҡсаһына алған. Ашамлыҡтар араһында төрлө ярма, сәй-шәкәр, үҫемлек майы, ҡуйыртылған һөт, быҡтырылған ит, тәм-том бар.
“Өлкәндәргә бит беҙҙең иғтибар аҙыҡ-түлеккә лә ҡарағанда ла мөһимерәк. Был эште пандемия осоронда ғына түгел, башҡа ваҡытта ла ташламаҫбыҙ тип уйлайым”, – ти депутат.
Ветерандар уға күрһәткән хәстәрлеге өсөн рәхмәт әйтеп, эшендә уңыштар теләгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикабыҙҙағы ауыр хәлдә ҡалған, ярҙам кәрәккән кешеләр “Беҙҙең хәстәрлек” штабына шылтырата ала. Телефон: 8-800-201-89-03.
Фото: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.
Читайте нас