Сәләмәт булайыҡ
20 Ноябрь 2020, 07:30

Тиҙҙән сафҡа инәсәк

Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө тамамланыу осорона инде: төҙөүселәр дауахананың барлыҡ корпустарында ла йылытыу, вентиляция, һыу менән тәьмин итеү системаларын монтажлап бөтөү өҫтөндә.

Стәрлетамаҡтағы яңы инфекция үҙәге төҙөлөшө тамамланыу осорона инде: төҙөүселәр дауахананың барлыҡ корпустарында ла йылытыу, вентиляция, һыу менән тәьмин итеү системаларын монтажлап бөтөү өҫтөндә.
Урау юлды төҙөү ҙә әүҙем бара, үҙәк биләмәһе эсендәге юлдар һәм тротуарҙар ҙа тәртипкә килтерелә.
“Әлеге ваҡытта комплекс тирәләй һәм дауаханаға илтеүсе юлда яҡтыртыу бағаналарын ҡуйып бөтөп барабыҙ. Төҙөлөштә көн һайын эшселәр һаны арта. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта бында 600-ҙән ашыу кеше эшләй, 80 техника берәмеге ҡулланыла.
Ҡыйыҡтарҙы ябыу, корпустар эсендәге эштәрҙе башҡарыу кеүек ғәмәлдәр ҙә тамамланып бара, ҡыҫҡаһы, тәүлек әйләнәһенә эш гөрләй”, – ти төҙөлөш участкаһы начальнигы Руслан Латипов.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, ковид-госпиталдең инфекция бүлеге Мельцер бокстары менән тәьмин ителә. Уларҙың урамға сығыу юлы бар, ике шлюз һәм санитар бүлмәһе (душ, унитаз һәм башҡа ғәмәлдәр), кислород индереү системаһы ҡуйыла.
Был объект функциялары, тәьминәте, тышҡы күренеше менән донъяуи талаптарға яуап биргән заманса медицина үҙәге буласаҡ. Унда республика халҡы уңайлы шарттарҙа дауаланасаҡ.
Зубовалағы инфекция үҙәгенән айырмалы, бында ҡабул итеү, бала табыу, балалар һәм операция бүлектәре лә буласаҡ.
Фото: “Башинформ”, Вадим Яманһаров.
Читайте нас