Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 126 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 187-гә етте. Һауыҡҡандар – 11 422 (һуңғы тәүлектә 14 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 75, һуңғы тәүлектә тағы бер кеше вафат.
Башҡортостан стационарҙарында – 392, амбулатор шарттарҙа 1298 ауырыу дауалана.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә дүрт йөҙгә яҡын кешегә ошо диагноз ҡуйылған.
Рәсәйҙә иһә һуңғы тәүлектә 24 581 кешелә коронавирус асыҡланған. Эпидемия башланғандан алып был – иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. "Лидерҙар" исемлегендә биш төбәк: Мәскәү (6575), Санкт-Петербург (2668), Мәскәү өлкәһе (949), Түбәнге Новгород (448), Свердловск өлкәһе (385).
Күреүебеҙсә, унда сирлеләрҙең һаны ҡырҡа айырыла.