Яҙ көнө коронавирус пандемияһы башланғас, вахта менән ситтә, Себер тарафтарында эшләгән кешеләргә бәйле проблемалар тыуғайны. Тик Башҡортостан бер яҡташыбыҙҙы ла ситтә ҡалдырманы, хәүефле урындарҙан алып ҡайтып дауаланы, күптәрҙе обсерваторҙарға ебәрҙе.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, республика әле лә Себер тарафтары, Яҡут республикаһы яғынан ҡайтҡан вахтасыларҙы ҡабул итергә әҙер.
– Ул яҡтарҙа күп кеше эшләй. Шуға күрә уларҙың сир йоҡтороуҙары бик ихтимал. Шуға күрә минеңсә, әле йәнә яҙғы хәлдең ҡабатланыуы ихтимал, – тине төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәширов белдереүенсә, яҙ көнө республика үҙенең был йәһәттән әҙер булыуын күрһәтте.
– Башҡортостан вахта буынса эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн обсервация үтеү үҙәгенә әйләнгәйне. Беҙҙең дәүләт учреждениелары аша ғына 25 мең кеше үтте. Бер генә сирле хеҙмәткәр ҙә эш урынына сыҡманы. Тик һуңғы арала йәнә шылтыратыуҙар артты, беҙ ҙур компаниялар һәм “Газпром” ятҡылыҡтары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Унда сирләүселәр, сир усаҡтары барлыҡҡа килә башлаған. Әле Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларҙы ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. Был һынауҙы ла үтә алырбыҙ, – тине ул.
Радий Хәбиров был хәлгә әҙер булырға ҡушты.
– Был бик етди көсөргәнеш буласаҡ. Себерҙә эшләгән ирҙәр ныҡлы булһалар ҙа, араларында сирләүселәр бар, тимәк дауаханаларҙа урындар биләнәсәк. Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, ул яҡта һаулыҡ һаҡлау системаһы юҡ кимәлендә, беҙҙең кешеләрҙе дауаламаясаҡтар. Хәҙер һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, күпме кеше килерен асыҡларға кәрәк: 50 булырмы, 300-500-ме. Эйе, беҙҙең системаға ныҡлы көсөргәнеш буласаҡ, тик беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бөтә эшселәрҙе лә алып ҡайтасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Әгәр кәрәк булһа, вахтасылар өсөн обсерваторҙар әҙерләнәсәк, шулай уҡ сирләгәндәргә дауалау ойоштороласаҡ.