Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 135 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 581-гә етте.
Һауыҡҡандар – 11 616 (һуңғы тәүлектә 98 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 76. Башҡортостан стационарҙарында – 393, амбулатор шарттарҙа 1496 ауырыу дауалана.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 417 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, шул сирҙән шәбәйгән 423 пациент дауахананан сығарылған.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 643 367 тикшереү үткәрелгән, 1 590 276 кеше ҡаралған. Һуңғы тәүлектә 11 196 тикшереү уҙғарылған.
Сирлеләр һаны буйынса беренсе урында – Өфө ҡалаһы (5105 кеше). Туймазы районы икенсе урында (835), Бәләбәй районы – өсөнсөлә (701).