Сәләмәт булайыҡ
27 Ноябрь 2020, 17:52

Аҡ теләктәр менән

Юлдыбай ауылына килен булып төшкәс тә, фельдшер булып эшләгән Гөлшат Алламоратова хаҡында кешелекле, ярҙамсыл тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә инем.

Юлдыбай ауылына килен булып төшкәс тә, фельдшер булып эшләгән Гөлшат Алламоратова хаҡында кешелекле, ярҙамсыл тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә инем.


Ул саҡтарҙа фельдшер-акушер­лыҡ пункты ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡан бер уңайлылығы бул­маған һыуыҡ, шыҡһыҙ бүлмә ине. Шу­ға ҡарамаҫтан, аһ-зар белмәйсә иңенә йөкмәтелгән бурыс­тарҙы дәрт менән атҡарып, урындағы халыҡҡа шәфҡәт нурын өләште ул.
Алтын көҙ башында ауылдың үҙәгендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса төҙөлгән, заман талаптарына яуап биргән яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылғас, ошо төбәктә 25 йыл ғүмерен фельдшер һөнәренә бағышлаған Гөлшат Яхъя ҡыҙының һәм, әлбиттә, Юлдыбай ауылы халҡының ҡыуанысының сиге булманы.
– Эш урыны хәҙер йылы, яҡты. Медицина ҡорамалдары ла өр-яңы. Бөтә уңайлыҡтары булған ФАП-та кешеләрҙе ҡабул итеүе лә күңел­лерәк, медицина ярҙамы артынан килеүселәр, дауаланыу курстары үтергә теләк белдереүселәр һаны ла бермә-бер артты. Тик коронавирус кеүек аяуһыҙ заман сире генә ауылдаштарҙы, яҡындарҙы урап үтһен инде, – ти хәстәрлекле, тәжрибәле фельдшер.
Был тынғыһыҙ осорҙа медицина белгестәре иңенә тауҙай эштәр, яңы бурыстар, өҫтәмә яуаплылыҡ йөкмәтелде. Урындарҙа Гөлшат Яхъя ҡыҙы кеүек халыҡтың уң ҡулына, ярҙамсы-кәңәшсеһенә әүерелгән намыҫлы хеҙмәткәрҙәр барлығы күңелде тынысландыра, киләсәккә өмөт уята.
Күгәрсен районы.
Читайте нас