Сәләмәт булайыҡ
27 Ноябрь 2020, 17:48

“Ангинанан бөтөнләйгә ҡотолдом”

“Мине бала саҡтан ангина йонсотто. Ҡыш түгел, йәйге эҫелә лә сирләп китә инем. Саҡ ҡына ел үттеме, тамаҡ ҡыҙара, температура күтәрелә. Йәш саҡта ауыр эштәрҙә эшләнем, һалҡын келәттә товаровед булырға ла тура килде. Унда былай ҙа хөрт һаулығыма тағы ла ҙурыраҡ зыян килгәндер, тип уйлайым.

Редакцияға беҙҙең гәзит уҡыусыбыҙҙан ошондай эстәлекле хат килеп төштө. Заман медицинаһы көслө булһа ла, бәғзе осраҡта халыҡ кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалыу фарыз. Оло йәштәге Гөлнур Хәбибрахманованың хатына күҙ һалайыҡ.


“Мине бала саҡтан ангина йонсотто. Ҡыш түгел, йәйге эҫелә лә сирләп китә инем. Саҡ ҡына ел үттеме, тамаҡ ҡыҙара, температура күтәрелә. Йәш саҡта ауыр эштәрҙә эшләнем, һалҡын келәттә товаровед булырға ла тура килде. Унда былай ҙа хөрт һаулығыма тағы ла ҙурыраҡ зыян килгәндер, тип уйлайым.
Шулай, ҡышҡы осор ине. Мин үҙем яуаплы булған һалҡын базала ревизия яһаным. Эш ҡыҙған мәлдә һиҙәм: ангина башлана. “Больничный” тураһында ауыҙ асырға ла ярамай, ә температура 39-ҙан төшмәй. Ни эшләргә? Беҙҙең ғаилә шәхси йортта, белгән күршеләрҙән кәрәсин һорап алдыҡ.
Иң тәүҙә 100 миллилитр ара­ҡыны эмалле һауытта йылыттым да тамаҡ төбөн бер нисәне сайҡап төкөрҙөм. Тамаҡ иҫ киткес ныҡ ауырта ине, түҙҙем. Унан ярты стакан самаһы кәрәсин ҡо­йоп алдым да, ҡалаҡтың һабын мамыҡҡа урап, шыйыҡсаға манып тамағыма һөртә башланым. Ошо ярты стаканды тулыһынса файҙаландым, йотоп та ебәр­гән­мендер инде. Хәлем иһә бик хөрт ине. Ҡалтырата, уҡшыта... Мин дауаланыуҙы тамамлап, түшәккә яттым, баш аша юрған ябынып йоҡ­лап киткәнмен... Иртән тороп температураны үлсәһәм, ул нор­маға килгән. Бына ошолай ангинанан ҡотолдом мин. Ул ваҡыт­тан һуң байтаҡ ваҡыт уҙҙы, башҡа был сир менән йонсоғаным булманы.
Һеҙгә шулай уҡ көслө йүтәл­дән бер рецепт тәҡдим иткем ки­лә. Ейәндәремә лә файҙаһы тейгәне булды.

Тигеҙ миҡдарҙа араҡы, бал, ҡу­рай еләге ҡайнатмаһы, яңы ғына бешерелгән ҡуйы сәй алы­ғыҙ, бөтәһен дә бергә бутағыҙ. Бер-ике минут ҡайнатығыҙ һәм һыуытырға ҡуйығыҙ. Иртән һәм кис ас ҡарынға ашарҙан 30 минут алда берәр аш ҡалағы эсегеҙ. Биш йәшкә тиклем балаларға бер бал ҡалағы ла етә.
Тағы бер кәңәшем бар. Аяҡ-ҡулығыҙҙы имгәткәндә йә һыҙ­ланғанда тибет бальзамын ҡул­ланырға мөмкин. Бының өсөн бер тауыҡ йомортҡаһы аҡһымын алығыҙ. Уға тулыр-тулмаҫ бал ҡалағы он һалып бутағыҙ. Бер де­серт ҡалағы таҙа спирт өҫтә­геҙ. Ошо бутҡаны туҡыма киҫә­генә һалып ауыртҡан быуын­дарға ҡуйығыҙ һәм ныҡ итеп бәйләгеҙ. Ауыртыу баҫылғас, алырға мөмкин”, – тип яҙған беҙгә уҡыусыбыҙ.
Әлбиттә, халыҡ медицина­һының көслө яҡтары күп. Шул уҡ ваҡытта, ниндәйҙер кәңәште ҡулланыр алдынан, сәләмәт­легегеҙҙең торошона ҡарағыҙ, сама белегеҙ, тип әйтер инек.


Белгес фекере


Кәшифә АТЛАСОВА, юға­ры категориялы табип, Баш­ҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы:


– Минеңсә, медицина белгесенән башҡа сир­ҙәрҙең сәбәптәрен һәм дауалау ысулдарын бер кем дә асыҡлай алмай, дауа­лауҙы ла фәҡәт табип бил­дәләргә тейеш. Әгәр ҙә дауалау ысулдары баштан уҡ дөрөҫ булмаһа, был кеше­нең сәләмәтлегенә ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шуға күрә сирләгән кешеләргә тәү сиратта табипҡа барырға кәңәш итер инем.


Әлбиттә, пациенттың, табип ысулдарынан тыш, ха­лыҡ медицинаһына мөрәжә­ғәт итергә лә хоҡуғы бар. Әгәр еңеллек килтерә, һыҙ­ла­ныуҙарын баҫа икән, рәхим итһендәр. Әммә беренсел консультация, диагностика, дауалау барыбер медицина учреж­дение­һында булырға тейеш, сөнки белгес ошо йүнәлеш буйынса махсус белем алған, тәжрибә туплаған. Тикшеренеүҙәр өсөн төрлө мөмкинлектәр ҙә бар.
Читайте нас