Сирле кеше менән аралашҡас, ни эшләргә? “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре йортҡа ингәндә исемен атарға, аяҡ кейемен сисергә тейешме? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап бирәбеҙ – уларға яуапты квалификациялы белгестәр әҙерләгән.
Шулай итеп, һеҙ сирләп киткән йә сир башлана тигән шик барлыҡҡа килгән осраҡтарға туҡталайыҡ.
1. Коронавирус йоҡторған кеше менән аралаштығыҙ, ти. Ни эшләргә?
Йәшәгән урынығыҙ буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙгә 14 көнгә эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын асасаҡтар. Был ҡағиҙә Рәсәйҙең баш санитар табибының быйыл 13 ноябрҙә ҡабул ителгән 35-се ҡарарында теркәлгән. Әгәр ҙә ике аҙна барышында сир билдәләре хасил булмаһа, полимераз сылбырлы реакция өсөн биоматериал анализын алмаясаҡтар. Хәлегеҙ хөртәйгәндә иһә табипты йортҡа саҡырыу фарыз.
2. Табипҡа нисек яҙылырға?
– 1301 һандарына шылтыратығыҙ. Быны ҡала һәм кеҫә телефондарынан эшләргә мөмкин.
– Үҙегеҙҙең поликлиника регистратураһы телефоны буйынса.
* “Доктор Башкортостан” сайты аша.
* “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша.
* Поликлиника регистратураһына шәхсән килеп.
* Поликлиника һәм дауаханаларҙың холдарында торған терминалдарҙа.
3. Әгәр ҙә йортҡа “Ашығыс ярҙам” бригадаһы килеп
...пациентты дауаханаға алып китмәһә?
Госпитализация тураһындағы ҡарарҙы табип пациенттың хәлен тикшергәндән, клиник картинаны асыҡлағандан һуң ҡабул итә. Әгәр ҙә пациенттың ғүмеренә ҡурҡыныс янай икән, табип мотлаҡ дауаханаға оҙатыуҙы тәҡдим итәсәк.
…эскә үткән саҡта бахилла кеймәһә?
Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре аяҡ кейеме сисергә йәки бахилла кейергә бурыслы түгел. Уларҙың төп эше – ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәре исем-шәрифен атарға бурыслы түгел. Был “Шәхси мәғлүмәттәр” тураһындағы федераль закон менән көйләнгән. Вазифауи инструкция буйынса бригада хеҙмәткәрҙәре подстанция һәм машина номерын ғына атарға тейеш.
Киләһе яҙмаларҙа көнүҙәк һорауҙарға яуаптар биреүҙе дауам итәсәкбеҙ.