Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 137 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 13 852-гә етте. Һауыҡҡандар – 11 787 (һуңғы тәүлектә 95 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 79.
Башҡортостан стационарҙарында – 455 (шул иҫәптән 35 кеше ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1531 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 667 115 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә 12 408 тикшереү уҙғарылған.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 413 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 420 пациент дауахананан сығарылған.