Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь 2020, 11:00

Ауыл халҡы өсөн – яңы поликлиникалар

Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә республикала 534 яңы объект төҙөү күҙаллана.

Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә республикала 534 яңы объект (дөйөм майҙаны – 123 122,40 квадрат метр) төҙөү күҙаллана. Быны тормошҡа ашырыу өсөн 9 миллиард 920,3 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана.

Һүҙ 11 поликлиника, өс участка дауаханаһы (шул иҫәптән 2024 йылда - Ишембай районының Ҡолғона ауылында, 2025 йылда - Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында, 2025 йылда – Дүртөйлө районының Эңгәсәк ауылында) хаҡында бара. Шулай уҡ 2025 йылға тиклем Асҡын ауылында үҙәк район дауаханаһы төҙөләсәк, 21 дөйөм практика табибы бүлеге, 42 табип амбулаторияһы, 456 ФАП асыласаҡ.
Программа саралары 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһын раҫлау тураһында” ҡарарының проекты эшләнгән, ул Башҡортостан Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Республика тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас