Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь 2020, 16:30

Күп ҡалманы!

Оҙаҡламай бөтә Рәсәй буйлап беҙҙең "башҡорт ҡурайҙары сәскә ата" башлар.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар клиник үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 14 мең квадрат метрлыҡ майҙандағы был дауахана тәүге пациенттарҙы декабрҙә үк ҡабул итә башлаясаҡ. Әле төҙөүселәр инженер системаларын монтажлауҙы тамамлай, биҙәү эштәре башҡарыла, рентген-кабинет һәм компьютер томографияһы кабинеттары өсөн ҡорамалдар йыя.
– 1 декабргә беҙ төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлайбыҙ, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Артабан ун көн дауамында эшкә ҡушыу-көйләү эштәре башҡарыласаҡ, табиптар менән бергә медицина ҡорамалдары тоташтырыласаҡ. Һәм асылыу менән беренсе пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡбыҙ.
Медицина персоналы өсөн ҡунаҡхана ла төҙөлөп бөткән тиерлек. Әле йылылыҡ пушкалары менән биналарҙы йылыталар, артабан эсен биҙәү эше башланасаҡ. Табиптарға урын етмәгән осраҡта, Стәрлетамаҡ хакимиәте уларға өҫтәмә йәшәү урындары табырға әҙер.
Башҡортостан Башлығы дәүләт наградалары тапшырыу өсөн төҙөүселәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.
– Төҙөлөш эштәрен яҡшы баһалайым. Беренсенән, беҙ вәғәҙәне үтәнек – төҙөлөштө тамамлауға ике көн ҡалды. Шулай итеп, рекорд 50 көн тәшкил итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Икенсенән, был объект Зубовтағы менән сағыштырғанда, технологик яҡтан күпкә ҡатмарлыраҡ. Бында операция яһау бүлексәһе, бала табыу блогы, балалар реанимацияһы бар. Ошондай ҙур, күп профилле госпиталь алған Стәрлетамаҡ кешеләре өсөн шатмын. Әгәр элекке технологиялар буйынса ябай дауахана төҙөһәң, был ике йыл ваҡытты биләр ине. Ә бында барыһы ла бик тиҙ эшләнде. Бынан тыш, госпиталдә яңы заманса ҡорамалдар ҡуясаҡбыҙ. Мәҫәлән, быға тиклем Стәрлетамаҡта булмаған компьютер томографын. Алдан планлаштырылмаған санавиация өсөн вертолет майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Быларҙың бөтәһе лә дөйөм алғанда ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытасаҡ. Коронавирусҡа килгәндә, был йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылғас, көньяҡ төбәк буйынса бар проблемалар хәл ителәсәк. Беҙҙең ҡурсаланыу, дистанцияла уҡыу һәм өйҙән эшләү кеүек сараларыбыҙ COVID-19-ҙы еңеүгә килтерер тип ышанабыҙ. Артабан дауахана өс ҡаланы һәм һигеҙ яҡын районды хеҙмәтләндерәсәк.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, беҙҙең проект менән илдең 10 төбәге ҡыҙыҡһынған. Силәбелә ошоноң кеүек үк объект төҙөлдө лә.
– Шаршамбы беҙгә Ульянов өлкәһе делегацияһы киләсәк. Улар үҙҙәрендә беҙҙең стандарттар буйынса төҙөлөш башларға теләй. Минеңсә, оҙаҡламай бөтә Рәсәй буйлап беҙҙең "башҡорт ҡурайҙары сәскә ата" башлар, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас