Сәләмәт булайыҡ
28 Ноябрь 2020, 07:30

Йәшәүгә өмөт өҫтәлде

Кеше тәүҙә аяҡтарын тоймай, аҙаҡ арҡаһына, муйынына зыян килә һәм эске органдары эшләмәй башлай.

Арҡа мускул атрофияһы кеүек ҡатмарлы сирҙе дауалауҙа ҡулланылған ”Спинраза” препаратын йәшәү өсөн мөһим препараттар исемлегенә индергәндәр. Был хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Дарыуҙың тап рәсми исемлектә булмауы төбәктәрҙә ошо ауырыуға дусар булған ауыр сирлеләрҙе дауалауҙан баш тартыуға килтерә ине, хәҙер иһә был проблема хәл ителәсәк. Бынан тыш, рәсми исемлектә булғанға күрә, уның хаҡын да көйләп буласаҡ.
Был генетик нервы-мускулдар сире мускулдарҙың көсһөҙләнеүенә килтерә, кеше тәүҙә аяҡтарын тоймай, аҙаҡ арҡаһына, муйынына зыян килә һәм эске органдары эшләмәй башлай.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала ошо сиргә дусар 42 кеше бар. Рәсәйҙә иһә ундай сирлеләрҙең һаны 800 самаһы. Йыл һайын илдә ошондай 250-300 диагноз ҡуйыла.
“Спинраза” препаратының бер флаконы яҡынса 7,9 миллион һум тора. Бер пациентты дауалау өсөн тәүге йылда алты флакон дарыу кәрәк булһа, киләһе йылдарҙа өсәр талап ителә. Дауаланыу ғүмер буйы дауам итә.
Фото: indicator.ru
Читайте нас