Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Программа 2021-2025 йылдарға планлаштырылған, уның сиктәрендә амбулатор- поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыласаҡ.
Бихисап саралар араһында, шул иҫәптән, ошо осорҙа республикалағы ике поликлиниканы реконструкциялау планлаштырыла: 2022 йылда – Ҡырмыҫҡалы ауылында, 2024 – 2025 йылдарҙа – Баҡалыла. Учреждениеларҙың ҡеүәтен, төрөн үҙгәртеү күҙалланмай, 3 000 квадрат метр майҙанда 780 миллион һумлыҡ төҙөкләндереү көтөлә.
85 һаулыҡ һаҡлау объекттарында капиталь ремонт үткәреләсәк. Һүҙ поликлиникалар, ФАП-тар, табип амбулаториялары хаҡында бара.
Төбәк программаһында ҡатнашҡан был объекттарҙы заман талаптарына яраҡлаштырыу өсөн дөйөм алғанда 465,9 миллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Һүҙ йәмғеһе 70 302 квадрат метр майҙан хаҡында бара, 2021 йылда – Приютов, Красноусол ауылдарында, 2024 йылда – Оло Ыҡтамаҡта, Мишкәлә урынлашҡан медицина ойошмаларына ремонт үтәсәк, 48 поликлиника, 11 участка дауаханаһы, 20 табип амбулаторияһы, ике ФАП та тәртипкә килтереләсәк.
Программаны тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын федераль ҡаҙнанан 2 миллиард 642,6 миллион һум субсидия бүленеүе көтөлә.
Программа саралары 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан “Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау төбәк программаһын раҫлау тураһында” ҡарарының проекты эшләнгән, ул Башҡортостан Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Республика тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә таратыласаҡ.