Сәләмәт булайыҡ
29 Ноябрь 2020, 14:00

Медицина ойошмаларының матди нигеҙе нығытыласаҡ

Медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүгә өҫтәмә рәүештә медицина изделиелары менән тәьмин итеү өсөн дөйөм суммаһы 6 миллиард 552,8 миллион һумға еткән 7 404 берәмек йыһаз-ҡормалдар һатып алынасаҡ.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Программа 2021-2025 йылдарға планлаштырылған, уның сиктәрендә амбулатор- поликлиника учреждениеларының ресурс базаһы нығытыласаҡ.
Уны тормошҡа ашырыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа 19,8 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла.
Шул иҫәптән, медицина ойошмаларында беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеүгә өҫтәмә рәүештә медицина изделиелары менән тәьмин итеү өсөн дөйөм суммаһы 6 миллиард 552,8 миллион һумға еткән 7 404 берәмек йыһаз-ҡормалдар һатып алынасаҡ.
Атап әйткәндә, медицина ойошмалары өҫтәмә рәүештә 4 миллиард 260,5 миллион һум торған 6 190 берәмек медицина изделиелары менән тәьмин ителәсәк:
- наркоз-һулыш аппараты – 109 берәмек;
- УЗИ аппараты – 98 берәмек;
- һанлы флюорограф – 34 берәмек;
- маммограф – 48 берәмек;
- компьютер томографияһы аппараты – 1 берәмек;
- рентген аппараты – 44 берәмек;
- эндоскопик ҡоролма – 59 берәмек;
- эндоскопик система – 9 берәмек.
Шулай уҡ медицина ойошмаларында иҫкергән медицина изделиелары ла алмаштырыласаҡ. Бының өсөн 2 миллиард 292,3 миллион һумлыҡ 1 214 йыһаз-ҡорамал һатып алынасаҡ. Шул иҫәптән:
- үпкәне яһалма елләтеү аппараты– 49;
- УЗИ аппараты – 117;
- һанлы флюорограф – 39;
- маммограф – 8;
- рентген – 53;
- эндоскопик система - 1.
Фото: temp78.ru
Читайте нас