Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында “Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм һанлы контурын төҙөү” йәки “Берҙәм һанлы контур” федераль проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Был проектҡа ярашлы, республика граждандарына Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында “Табипҡа яҙылыу” хеҙмәте күрһәтелә. Амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткән медицина ойошмаларының барыһында ла интернет селтәре аша табипҡа яҙылырға мөмкин.
Хеҙмәттәргә электрон эйә булыу алымын танытыу маҡсатында халыҡҡа Башҡортостандың Берҙәм медицина порталында һәм “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында Пациенттың шәхси кабинеты мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт биреү ойошторолған.
Мәғлүм булыуынса, “Пациенттың шәхси кабинеты” дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәпкә ҡуйылыу яҙмаһы булған граждандар өсөн тәғәйенләнә. Сервис кешегә үҙенең электрон медицина картаһы менән танышыу, табипҡа яҙылыу, ҡайһы участкаға беркетелеүен һәм участка табибын, медицина ойошмаларын һәм табиптарҙың эш теҙмәһен асыҡлау мөмкинлеген бирә.
Фото: health.bashkortostan.ru