Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла башлаясаҡ, тип белдергәйне.
Амбулатор-поликлиника учреждениеларының ресурс базаһын нығытыуға йүнәлтелгән программаны тормошҡа ашырыу өсөн 2021-2025 йылдарҙа 19,8 миллиард һум аҡса тотоноу планлаштырыла. Уның 15,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан, 2,8 миллиарды республика бюджетынан бүленәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялауҙың төп принциптары булып түбәндәге үҙенсәлектәр тора:
- ауыл ерендә, эшсе ҡасабаларҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, халҡы 50 меңгә етмәгән бәләкәй ҡалаларҙа күрһәтелгән медицина ярҙамының, беренсел медик-санитар ярҙамдың сифатын һәм уны алыу мөмкинлеген күтәреү;
- пациент ихтыяждарының өҫтөнлөгө, уның хоҡуҡтарын һаҡлау, дәүләт гарантиялары менән тәьмин итеү;
- дәүләт органдарына һәм вазифалы кешеләргә пациенттарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса яуаплылыҡты йөкмәтеү.
Программа саралары 2021 йылдан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.