Башҡортостанда пандемия башланғандан алып яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланған кешеләр һаны 14264 кешегә етте. Һуңғы тәүлектә сирҙең йәнә 138 осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.
11922 кеше һауыҡҡан, һуңғы тәүлектә 32 кеше дауахананан сыҡҡан. Бер кеше вафат булған. Зарарланған кешеләрҙең 48 проценты – 26-нан 50 йәшкә тиклемге кешеләр, 22 проценты – 50-нән 60 йәшкә тиклемгеләр. 537 кеше коронавирус диагнозы менән дауаханала, 38-е – ауыр хәлдә.
Максим Забелин Өфөлә дауаханаларҙа урын етерлек, шуға күрә ҡайһы берҙәренән ковид-госпиталь статусын алып, ябай эш тәртибенә күсерергә тәҡдим итте.
– Өфө буйынса урындарға запас бар, 20 процент самаһы. Шуға күрә оператив штаб ҡарары менән Һуғыш ветерандары госпитален һәм 13-сө ҡала дауаханаһының корпусын ғәҙәти режимға күсерергә тәҡдим итәбеҙ. Был аҙна аҙағына тиклем ундағы кешеләрҙе дауалап бөтәбеҙ һәм күсереү мөмкин буласаҡ, – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров был эште Һуғыш ветерандары госпиталенән башларға тәҡдим итте.
– Был дөрөҫ ҡарар булыр тип уйлайым. Бында өлкән йәштәге кешеләребеҙ юғары квалификациялы ярҙам ала. Әгәр вахтасылар өсөн йәнә урындар кәрәк булһа, кире ҡайтарырбыҙ, – тине төбәк етәксеһе.
Оператив кәңәшмәлә билдәле булған тағы бер яңылыҡ – декабрь башында Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы вакцина киләсәк.
– Уларҙы ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. Кәрәкле урын бар, һаҡлау өсөн шарттар булдырылған. Инструктаж үткәрелде һәм был вакцина менән нисек эшләргә икәнлеге тураһында белгестәр белә, – тине министр.