Сәләмәт булайыҡ
30 Ноябрь 2020, 06:00

Өшөмәгеҙ, туңмағыҙ!

Ап-аҡ ҡарлы ҡышты һағынып көтөп алһаҡ та, был осорҙа кешене бәлә-ҡаза ла һағалап ҡына тора. Өшөү, туңыу осраҡтары ла – шулар иҫәбендә. Ошондай насар хәлгә тарымаҫ өсөн ябай ғына кәңәштәрҙе белеү зарур.

Ап-аҡ ҡарлы, Ҡыш бабайлы, биҙәлгән шыршылы ҡышты һағынып көтөп алһаҡ та, был осорҙа кешене бәлә-ҡаза ла һағалап ҡына тора. Өшөү, туңыу осраҡтары ла – шулар иҫәбендә. Ошондай насар хәлгә тарымаҫ өсөн ябай ғына кәңәштәрҙе белеү зарур.
Һалҡында урамға сығыр алдынан юғарыраҡ калориялы ризыҡ ашағыҙ. Был энергияны һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Ә бына эҫе һәм иҫерткес эсемлектәр эсергә ярамай: улар тамырҙарҙы киңәйтә, тән йылыһы тиҙ юғала һәм кеше өшөй.
Әгәр алыҫ араға йөрөп килергә кәрәкһә, металдан эшләнгән биҙәүестәрегеҙҙе сисегеҙ. Улар һалҡын тартып, тәнде өшөтә. Кейемегеҙ ни тиклем күберәк ҡатлы булһа, йылы шул тиклем яҡшы һаҡлана. Мәҫәлән, ныҡ ҡалын бер свитерға ҡарағанда ике йоҡа свитер кейеү һөҙөмтәлерәк. Кейемдең тәүге ҡаты тәнгә һылашып торорға тейеш. Аяҡ кейемегеҙ иркенерәк булһын, ҡыҫынҡы кейемдә аяҡ тиҙ өшөй. Бирсәткәгә ҡарағанда бейәләй күпкә йылыраҡ. Уларҙы өйҙән сыҡмаҫ элек кейегеҙ, шулай йылы нығыраҡ һаҡлана.
Танауығыҙ, ҡулығыҙ өшөһә, ҡапыл эҫе һыуға тыҡмағыҙ, ҡар менән ышҡымағыҙ, йылыныу әкренләп барырға тейеш.
Ҡыш миҙгелен бәлә-ҡазаһыҙ, имен-аман үткәрергә яҙһын!
Фото: vseodetyah.com
Читайте нас