Литотерапия - традицион булмаған медицинаның бер тармағы. Литотерапия - боронғо грек һүҙе, litos - таш, therapy - дауалау тигәнде аңлата. Литотерапевт ҡыйбатлы тәбиғи таштарҙың кеше һаулығына, физик һәм рухи торошона нисек тәьҫир итеүе, уның дауалау серҙәрен өйрәнә.
Күп таштар кешенең "сирен алыу " менән төҫөн үҙгәртә.
Аметист бауыр ауыртҡанда, тире сыбыртыуына ҡаршы, аяҡ-ҡул шешенгәндә, йоҡлай алмағанда ҡулланыла. Насар энергияны үҙенә алғандан һуң, аметист төҫөн үҙгәртә, ҡарая, ҡыҙғылт нөктәләр йәки таптар, хатта ярыҡтар барлыҡҡа килергә мөмкин. Аметист менән маңлай һырҙарын юялар, һипкелде бөтөрөү өсөн файҙаланалар. Яҡшы төш күрер өсөн мендәр аҫтына һалып яталар.
Агат (аҡыҡ) баш ауыртыуын баҫа, баш мейе тамырҙарын ҡыҫыуын (спазм), уларҙа ҡан әйләнешен, һығылмалылығын нығыта. Нервы сире менән яфаланыусылар, бөйөрө ауыртыусылар өсөн файҙалы.
Фирүзә ҡан ағыуын туҡтата, ғаиләлә тыныслыҡ урынлаштыра, тотанаҡһыҙлыҡтан һаҡлай.
Гематит ҡанды, лимфаны таҙарта. Ҡан әйләнешен яҡшырта. Бөйөрҙө, бауырҙы, талаҡты, һейҙек ҡыуығын дауалай. Яраларҙы, шештәрҙе бөтәштерә.
Опал (аҡ аҡыҡ) "опалус" тигән латин һүҙенән алынған, "күҙҙе сихырлаусы" тигән мәғәнә бирә. Уны тағыусыларға күҙ теймәй, яман һүҙҙәрҙән аралай. Көс, ыңғай энергия бирә, иммунитетты яҡшырта.
Кем ниндәй ҡиммәтле таштар тағырға кәрәклеген үҙе һайлай, әммә беҙ уларҙың дауалау серҙәре менән генә таныштырҙыҡ.