“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына магнит резонанслы томография аппараты тапшырылды.
Аппаратты файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин ҡатнашты. Ул дауахана коллективын әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы, донъя стандарттары талаптарына яуап биргән аппарат киләсәктә кескәй пациенттарҙың хәлен бөтә нескәлектәрендә тикшерергә ярҙам итәсәк, тип ышаныс белдерҙе.
Стационар белгестәре әйтеүенсә, хәҙер дауаханала сабыйҙарҙың патологик кәмселектәрен тикшереү мөмкинлеге тыуҙы. Мәғлүм булыуынса, МРТ аппараты баштағы һәм тәндәге йомшаҡ туҡымалар структураһындағы бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә асыҡларға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, нервы системаһы, яман шеште һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау һөҙөмтәлелелен күҙәтеү мөмкин буласаҡ.
Фото: health.bashkortostan.ru