Ҡыштың беренсе көнөндә табиптарға бүләк булараҡ “Хәстәрлекле такси” акцияһы старт алды. Мөмкинлектәре булған кешеләр Зубов ауылында урынлашҡан йоғошло ауырыуҙар клиник үҙәгендә эшләгән табиптарҙы эш урынына тиклем алып барҙы.
Мәҫәлән, табип Ләйсән Исламованы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов иртәнге сәғәт 8-гә эшкә илтеп ҡуйҙы.
Рөстәм Ишмөхәмәтов билдәләүенсә, теләге булған һәр кем был сараға ҡушыла ала. Ирекмәндәр мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып бара. Ярҙамдың тағы бер йүнәлеше – ул табипты эш урынына алып барып ҡуйыу.
- Бөгөнгө сарала депутаттар ғына түгел, йәмәғәт ойошмалары һәм партия вәкилдәре лә ҡатнашты. Бушлай такси 22 маршрут буйынса үтте. Дауахана ҡаланан ситтә урынлашҡанға күрә, бында эшләгән табиптарға эш урынына барып етеүе үтә ауыр, иртә торорға һәм бер сәғәт самаһы йәмәғәт транспортында барырға кәрәк, - ти акцияны ойоштороусыларҙың береһе, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Әлеге мәлдә такси компаниялары менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Госпиталдә эшләгән һәр табипты эш урынына тиклем алып барыу маҡсаты ҡуйылған. Артабан Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм такси хеҙмәттәре менән бергә көнөнә 400 пассажирҙы эш урынына алып барыу мәсьәләһен хәл итәсәктәр.
Пандемия барышында “Хәстәрлекле такси” эшен дауам итәсәк.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” төбәк Башҡарма комитеты сайтынан алынды.