Кисә Салауатта ҡала дауаханаһының яңыртылған корпусы асылды. Тантанала республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, уның урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин, ҡала хакимиәте вәкилдәре, төҙөүселәр ҡатнашты.
Яңы ҡала дауаханаһы 1989 йылда төҙөлә башлаған, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң эш туҡтап ҡалған. Әлеге ваҡытта бинаның ҡыйығы, фасады, инженер һәм электр селтәрҙәре ремонтланған. Эстәге ҡоролошто ла ҡайтанан планлаштырғандар, биҙәү эштәре башҡарғандар.
Инеү урыны уңайлы пандус менән йыһазландырылған, был “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп туҡтағас, уңайлы шарттарҙа эшләү өсөн.
Алты ҡатлы бинала төрлө бүлектәр урынлашҡан, унда Салауат халҡына ваҡытлы һәм заманға ярашлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
Беренсе ҡатта – травмпункт һәм ангиография комплексы, икенселә – паллиатив медицина ярҙамы, өсөнсөлә — 2-се хирургия бүлеге составында 20 оториноларингологик койка-урын, дүртенселә — неврология, бишенселә — беренсел ҡан тамырҙары һәм интенсив терапия палатаһы булған неврология, алтынсыла 30 урынлыҡ 2-се терапия бүлектәре ойошторолған.
Реконструкция хаҡы 371 миллион самаһы тәшкил иткән. Һатып алынған медицина ҡорамалдары һәм йыһаз 101 миллион һумға төшкән.
“Башҡарылған эштәрҙең сифаты яҡшы. Штат ойошторолған. Яңы корпус асылыу халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Максим Забелин. Әйткәндәй, бында яҡын-тирәләге ҡала-район халҡы ла хеҙмәтләндереләсәк.
Сара барышында һаулыҡ һаҡлау министры бер төркөм медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Фото: health.bashkortostan.ru