Бөгөн - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө. Ул 1988 йылдан алып билдәләнә. Әлегә тиклем ВИЧ һәм СПИД-тан дауалау әмәле табылмаған.
...Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында был дауалап булмаған ҡот осҡос сир тураһында береһенән-береһе имәнес хәбәрҙәр ишетелә торғайны. Интернет таралмаған, телевидение сығыштары сикләнгән осорға ярашлы, ябай кешегә күренмәгән “дошмандың” хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин дә булмағандыр, моғайын.
“Африканан килгән СПИД сире тиҙ генә йоға ла тиҙ генә кешене үлтерә икән” һымағыраҡ ине улар. Әммә был күренмәгән афәт күпкә ҡурҡынысыраҡ булып сыҡты һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешелек донъяһы уның алдында һаман да көсһөҙ, инфекцияны еңеү әмәле юҡ. Әлбиттә, ваҡытында тейешле дауа алғандар, табип ҡушҡан тормош рәүеше алып барғандар, иммунодефицит сире менән яғалаша-яғалаша, ғүмерен бер нисә йылға оҙайтыуы ихтимал.
ВИЧ-тан ҡотолоуҙың бер генә юлы бар: һаҡланырға. Ә СПИД йоҡламай! Бер нисә йыл элек ҡурҡыныс сир, нигеҙҙә, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусыларҙың һәм наркомандарҙың өлөшөнә төшкән көмөш тип иҫәпләнһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ҡалып күптән урынһыҙ: ВИЧ-ҡа социаль мөхиттең барлыҡ баҫҡыстарында тороусылар ҙа дусар, унан тыш, сирлеләр тапҡан сабыйҙар тыуа-үҫә тора. Ә бит хәҙер мәғлүмәти ҡытлыҡ юҡ, һаҡланыу саралары бихисап, халыҡтың да был йәһәттән белем кимәле юғарыраҡ кеүек. Тик дәлилдәр икенсене һөйләй, ә ҡайһы бер белгестәр күптән саң ҡаға: илдә ВИЧ-инфекция эпидемияһы башланыу алдында, Рәсәйҙәге һәр 100-сө кеше ошо сиргә дусар! Рәсми сығанаҡтар бының менән ризалашмаһа ла, уйланырға урын бар...
Республикала ВИЧ вирусын йөрөтөүселәр 1987 йылдан рәсми теркәлә бара. Ошо осорҙан алып төбәктә 36 мең самаһы сирле теркәлгән, уларҙың 11 меңдән ашыуы вафат булған, быйылғы ун айҙа 595 кеше үлгән. ВИЧ-инфекциялыларҙың 61 проценты – ҡала кешеләре, 37,81 проценты ауылда йәшәй, ә 1,15 проценты – асарбаҡтар.
Төбәктең Спид үҙәге белгестәре әйтеүенсә, коронавирус пандемияһы ваҡытында ВИЧ менән сирләү күрһәткесе республикала – 24, 3 процентҡа, Өфөлә 30,5 процентҡа кәмегән. Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: ағымдағы йылда ВИЧ-ты асыҡлау буйынса тикшереүҙәр һаны ла кәмегән. Мәҫәлән, былтыр туғыҙ айҙа 730772 тикшереү үткәрелһә, быйыл ошо уҡ осорҙа 624771 тикшереү уҙғарылған.
2020 йылдың туғыҙ айында республикала ВИЧ йөрөтөүсе 975 ир һәм 682 ҡатын асыҡланған. Тәүге тапҡыр ВИЧ табылған 99 кеше рәшәткә артында ултыра, 284 сирле – ауырлы ҡатындар. Ағымдағы йылдың туғыҙ айында сирле ҡатындарҙан 277 бала тыуған. ВИЧ йоҡтороусыларҙың йәшенә килгәндә, сирлеләр араһында 31-40 йәшлектәр күберәк.
Республиканың 16 лабораторияһында ВИЧ-ҡа тикшерәләр. Һәр ваҡыттағыса, ВИЧ йоҡтороуҙың төп сәбәбе – енси бәйләнеш (69,5%), икенсе урында – инъекция юлы (28,9%; наркомандар ысулы).
Шул уҡ ваҡытта вирус ҡул бирешкәндә, ҡосаҡлашҡанда, үбешкәндә, йүткергәндә, сөскөргәндә; тир һәм төкөрөк, күҙ йәше, бөжәктәр һәм йәнлектәр; түшәк кәрәк-яраҡтары аша, бассейнда, душта, дөйөм бәҙрәфтә йоҡмай!
ВИЧ инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән төрлө саралар үткәрелеп тора. Ошо көндәрҙә, Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә ярашлы, Рәсәйҙә һәм республикала бихисап саралар планлаштырылған. Лекциялар, асыҡ дәрестәр уҙғарыласаҡ, мәктәптәрҙә юғары класс уҡыусылары араһында уйын формаһында конкурс-квест үтәсәк, был үҫмерҙәрҙең мәғлүмәтлелеген арттырасаҡ.
Шулай уҡ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында “ВИЧ/СПИД туҡта” (“Стоп ВИЧ/СПИД”) Бөтә Рәсәй акцияһы хаҡында мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Акцияла дәүләт эшмәкәрҙәре, табиптар менән бергә билдәле сәнғәт-мәҙәниәт әһелдәре, сәхнә йондоҙҙары, йәш быуын кумирҙары ҡатнаша. Уларҙың маҡсаты – үлемесле инфекция хаҡында халыҡҡа күберәк мәғлүмәт еткереү, ВИЧ эпидемияһын иҫкәртеү.