Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 142 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 14 406-ға етте. Һауыҡҡандар – 12 009 (һуңғы тәүлектә 87 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 83.
Республика стационарҙарында – 542 (шул иҫәптән 40 кеше ауыр хәлдә, 14-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1772 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 708 692 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 10 549.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 406 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 412 пациент дауахананан сығарылған.
Иң күп сирлеләр Өфө ҡалаһында (5292), унан Туймазы (919) һәм Бәләбәй (797) райондары килә.