Сәләмәт булайыҡ
2 Декабрь 2020, 19:45

11-12 декабрҙә "ҡыҙыу бәйләнеш"кә шылтырат

"Айыҡ ауыл" конкурсына ярашлы, Башҡортостан халҡына психотерапевт, нарколог, психолог ярҙамын телефон аша бушлай алырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, әле төбәгебеҙҙә “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы бара. Ошо сара барышында, 10-11 декабрҙә, халыҡҡа психотерапевт, нарколог, психолог ярҙамы күрһәтеү маҡсатында “ҡыҙыу бәйләнеш” уҙғарыла.
Һөҙөмтәлә Башҡортостан халҡына ошо белгестәрҙән башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультация алыу мөмкинлеге бирелә.
Иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 8-гә тиклем 8-800-700-01-83 телефонына бушлай шылтыратып, эскелеккә, наркоманияға, реабилитацияға бәйле үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
Шылтыратыуҙарға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәге, Республика клиник психиатрия, Стәрлетамаҡ психиатрия дауаханалары белгестәре яуап бирә.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары ойоштора.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас