Сәләмәт булайыҡ
3 Декабрь 2020, 16:30

Сирлеләр һаны буйынса иң түбән күрһәткес ҡайҙа?

Аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 141 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Пневмонияға килгәндә...

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 141 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 14 689-ға етте. Һауыҡҡандар – 12 211 (һуңғы тәүлектә 71 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 86 (һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең үлеме теркәлгән).
Республика стационарҙарында – 538 (шул иҫәптән 48 кеше ауыр хәлдә, 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1854 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 730 675 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 10 966.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 405 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 412 пациент дауахананан сығарылған.
Иң күп сирлеләр Өфө ҡалаһында, унан Туймазы һәм Бәләбәй райондары килә. Иң түбән күрһәткес – Йылайыр районында, Межгорье ҡалаһында.
Фото: rbk.ru
Читайте нас