Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 144 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 14 833-кә етте. Һауыҡҡандар – 12 287 (һуңғы тәүлектә 76 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 87 (һуңғы тәүлектә тағы бер кешенең үлеме теркәлгән).
Республика стационарҙарында – 575 (шул иҫәптән 48 кеше ауыр хәлдә, 10-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1884 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1 742 032 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 11 357.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 408 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 416 пациент дауахананан сығарылған.
Иң күп сирлеләр Өфө ҡалаһында, унан Туймазы һәм Бәләбәй райондары килә. Иң түбән күрһәткес – Йылайыр районында һәм Межгорье ҡалаһында.