Сәләмәт булайыҡ
4 Декабрь 2020, 17:07

Ҡыуаныстары сикһеҙ

Республикала һуңғы йылдарҙа ауыл медицинаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә: күпләп яңы ФАП-тар төҙөлә, медицина учреждениелары ремонтлана, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә.

Республикала һуңғы йылдарҙа ауыл медицинаһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә: күпләп яңы ФАП-тар төҙөлә, медицина учреждениелары ремонтлана, заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителә.
Күптән түгел Белорет райо­нының Исҡушты ауылында ла яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ҡасандыр, был яҡтарҙа урман хужалығы гөрләп торғанда, йәш белгестәрҙең тыуған яҡтарына күпләп ҡайтҡан осоронда, Исҡушты ауылының да үҙ участка дауаха­наһы була. Ҡулай­лаштырыу менән бергә 66-сы йылдарҙа төҙөлгән Исҡушты участка дауаханаһының да фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡалдырылыуы, бинаның да яйлап эшлектән сыға барыуы халыҡ файҙаһына хәл ителмәй. Һуңғы ва­ҡытта ауылдарҙа модулле фельд­шер-акушерлыҡ пункттары­ның сафҡа инә
Шундай модулле медицина учрежде­ниеһы Исҡушты ауылында бер нисә ай эсендә ҡалҡып сыҡты. Ярты быуаттан ашыу хеҙмәт иткән ағас бинаны яңыһы алмаштырҙы. Ҙур ауылдарҙа медицина учрежде­ниеһы өсөн капиталь бина төҙөлә, ә бына бәләкәйҙәрендә блок-модуль технологияһы ярҙамында тиҙ йыйыла торған ФАП-тар киң танылыу ала бара. Исҡушты модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ла Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһы нигеҙендә асылды.
“Республикала 2 меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Уларҙың яртыһынан күбеһен төҙөкләндерергә кәрәк. 400-ө авария хәлендә, улар урынына яңы биналар һалына”, – тигәйне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бинала хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн бар уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Бында фельдшер өсөн пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар, прививка яһау, күҙәтеү, санитар-көнкүреш кабинеттары, килеүселәр көтөп ултырыр урыны бар. Пункт тейешле мебель һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. ФАП-ты төҙөү һәм монтажлау, электр уты һәм һыу үткәреү, кәрәкле йыһаздар, мебель һатып алыу республика һәм район ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарылды.
Биләмәне төҙөкләндереү, канализация соҡоро ҡаҙыу, тирә-яғын кәртәләү, уны буяу, ҡырсынташ түшәү кеүек эштәр битараф булма­ғандар ярҙамында атҡарылды. Ә ундайҙар әлеге көндә иҫәпле генә. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының тирә-яғын төҙөкләндереүҙә шулай уҡ Асы ауыл хакимиәте хеҙмәт­кәрҙәре, Исҡушты ауылы халҡы ла ҡатнашты. Береш эшҡыуары, һәр башланғыста ла ярҙам ҡулы һуҙған Фәтҡелислам Ғәйнетдинов был юлы ла һынатманы. Экскаватор ярҙамында торба һалынды, эре таштар түшәлде.
Хәҙер Исҡушты ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 144-тән ашыу кешегә (улар араһында йөклө ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар), шул иҫәптән 28 балаға, беренсе медицина санитария ярҙамы урында күрһәтеләсәк.
1996 йылда Өфө медицина колледжын тамамлап, Исҡушты ауылында төпләнеп, донъя ҡорған Элиза Скоробогатова ауыл халҡын хеҙмәтләндерә.
– Тыуған ауылымда ҡалғаныма бер ҙә үкенмәйем. Участка дауа­ханаһы булған осорҙа эшләп, оло апай-ағайҙарҙан тәжрибә туплап өлгөрҙөм. 2014 йылда дауахана рәсми ябылғас, белемемде артабан камиллаштырып, ФАП-ҡа фельдшер булып урынлаштым. Медицина хеҙмәткәрҙәренә ауылда ла эш етерлек. Халыҡтың күберәге тын юлы, остеохондроз, гипертония кеүек сирҙәр менән мөрәжәғәт итә. Миҙгел ауырыуҙары йышайҙы. Халыҡҡа киҙеүҙән вакцина эшләй­беҙ. Килә алмағандарҙың өйҙәренә барабыҙ, – ти Элиза Ринат ҡыҙы.
Элиза Ринат ҡыҙы тормош иптә­ше Вячеслав менән өс бала тәр­биәләй. Ире Инйәр­гә йөрөп тимер юлда эшләй. Ҡыҙҙары Оксана ла, әсәһенең юлын һайлап, Башҡорт­ос­тан дәүләт медицина универси­тетының икенсе курсында уҡый. Максим Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында белем ала, ә Данис – Мулдаҡай мәктәбе уҡыусыһы. Скоробогатовтар – ауылда эш, башҡа структуралар юҡ тип, ситкә китмәйенсә, үҙ ерендә ҡалған ғаиләләрҙең береһе. Емертеп йәшәй ҙә, эшләй ҙә белә улар.
– Фельдшер-акушерлыҡ пунктына процедуралар алырға кил­гәндә, һыуыҡ бинанан, түшәменең емерелеп төшөүенән ҡурҡа инек. Хәҙер бына яҡты, йылы, бар уңайлыҡтары булған яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына йөрөй­бөҙ, – тип ҡыуана Исҡушты ауылы халҡы, ғөмүмән, яңы медицина учрежде­ниеһының эшмәкәрлегенә ҡәнәғәтлек белдерәләр.
Белорет районы.
Читайте нас