Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2020, 08:30

Бөгөндән башлана!

Башҡортостанға коронавирустан 1200 доза вакцина килде.

Башҡортостанға коронавирустан тәүге ҙур партия вакцина килә башлаған. Бөгөн Хөкүмәттә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә билдәле булыуынса, 5 декабрҙә 1200 берәмек вакцина алынған.
– Бөгөн таратабыҙ һәм прививкалар ҡуя башлайбыҙ, – тине һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева.
Һүҙ Гамалеи үҙәгенең ике компонентлы векторлы Гам-КОВИД-Вак вакцинаһы тураһында бара. Тәү сиратта прививкалар коронавирустан зарарланғандар менән эшләгән кешеләргә – табиптар, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәргә ҡуйыласаҡ.
– Вакцинацияны тиҙ арала үткәрергә кәрәк. Беҙгә меңдән ашыу доза килеүе бик дөрөҫ. Беҙ уларҙы дөрөҫ һаҡларға, күсеререгә, вакцинация үткәрергә, ғөмүмән был эште ойошторорға өйрәнергә тейешбеҙ. Был бит тәүге тапҡыр алған 40 вакцина ғына түгел, – тине Радий Хәбиров.
Коронавирус инфекцияһынан икенсе партия вакцина Башҡортостанға декабрь аҙағына тиклем килеп етәсәк.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, әлегә ковидтан прививкалар бушлай, табиптар йүнәлтмәһе буйынса тик дәүләт дауаханалары һәм поликлиникаларында эшләнәсәк. Шәхси медицина учреждениеларында COVID-19-ҙан вакциналар юҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус тураһында ғына уйлап, гриптан вакцина яһарға онотмаҫҡа саҡырҙы. Билдәле булыуынса, әле Башҡортостан халҡының 40,9 проценты грипҡа ҡаршы прививка ҡуйҙырған.
Оператив кәңәшмәлә асыҡланыуынса, республикаға был сирҙән 1,981 миллион доза вакцина килгән.
– Әле бөтәһе лә COVID-19-ға ҡаршы вакцина менән мауыҡҡан, тик грипп буйынса, алдан һөйләшеү буйынса халыҡтың 60 проценты прививка яһатырға тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: ili-nnov.ru
Читайте нас