Сәләмәт булайыҡ
7 Декабрь 2020, 10:00

Бөтәһе лә мәктәптә

Каникулдар буйынса әлегә ҡарар юҡ.

Шулай итеп, бөгөндән республиканың бөтә уҡыусылары ла мәктәпкә йөрөп уҡый башланы. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Бөгөндән быға тиклем дистанциялы режимда уҡыған 40 муниципалитеттың 6-10 класс уҡыусылары ла мәктәпкә барҙы, был – 145 меңдән ашыу бала. Ошо йәһәттән мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары тағы ла көсәйтелә. Шулай уҡ ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләйәсәк, уҡытыусылар мотлаҡ битлектә йөрөргә һәм метр ярымлыҡ социаль дистанция һаҡларға тейеш. Балалар таҡта янына сығып яуап бирмәйәсәк.
– Дөйөм алғанда, мәғариф системаһында хәлдәр тотороҡло, – тине министр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыусыларҙы дистанция тәртибенән мәктәпкә уҡырға күсереү тураһындағы ҡарар оҙаҡ уйлағандан һуң ҡабул ителде тине.
– Уҡытыусылар, мәктәп персоналы аңлы булыр, үҙҙәрен һәм балаларҙы хәүефкә дусар итмәҫ тип ышанабыҙ. Шулай уҡ бөгөндән минең Контроль идаралығы мәктәптәрҙә санитар талаптарҙы үтәүҙе тикшерә башлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Пландар үҙгәрмәһә, балалар 30 декабргә тиклем уҡыясаҡ һәм ҡышҡы каникулдарға китәсәк. Каникулдар 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Әлегә уны оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән. Мәсьәлә ваҡиғаға ҡарап хәл ителәсәк.
Фото: 123ru.net
Читайте нас