“Беҙ бергә ” (#МыВместе) Бөтә Рәсәй акцияһы пандемия осоронда бер-береһенә ярҙам итергә нәитләгән кешеләрҙе берләштерә. Проект авторҙары – Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, “Ирекмән медиктар” Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте, DOBRO.RU Ирекмәндәр үҙәктәре һәм платформалары ассоциацияһы. Беҙ бер кем дә яңғыҙ ҡалмаһын өсөн бергә - “Беҙ бергә ” акцияһында ҡатнашыусыларҙың төп маҡсаты ошо. Ирекмән штабы эшенең төп йүнәлештәренең береһе – оло йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға ярҙам күрһәтеү. Әлеге осорҙа уларҙың сәләмәтлегенә, ғүмеренә бигерәк тә оло хәүеф янай, шуға ла был категорияға ҡараған граждандарҙың өйҙә ҡалыуы мөһим.
Уларға ирекмәндәр һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер: аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәүге ихтыяждағы әйберҙәр һатып аласаҡ, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтәсәк, психологик хәстәрлекте лә күҙ уңынан ысҡындырмаясаҡ.
Бының өсөн берҙәм федераль “ҡыҙыу линия”ға шылтыратып, ғариза ҡалдырыу зарур:
Унан тыш, быны App Store һәм Google Play аша телефонға ҡуйылған “ОНФ.Помощь” мобиль ҡушымтаһы аша ла эшләргә була.
"Күп кенә ололар сит кешеләргә шик менән ҡарай, ирекмән исеме аҫтында йорттарына мутлашыусылар килеүҙән ҡурҡа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр ҙә, һирәк булһа ла, осрап тора. Шуға күрә ирекмәнде мутлашыусынан айыра белергә кәрәк. Ошо мәғлүмәтте оло йәштәге яҡындарығыҙға еткерегеҙ”, - ти Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин.
Ирекмән кеше ярҙам тураһында һорап мөрәжәғәт иткәс кенә киләсәк. Ул паспорт мәғлүмәттәрен һорарға тейеш түгел, алдан аҡса залогы йә хеҙмәтенә түләүҙе талап итмәйәсәк. Аҡсаны заказ биргән әйберҙәрҙе килтергәндән һәм чекты күргәндән һуң түләү зарур.
2. Ирекмән бер ваҡытта ла өйгә инмәй. Барлыҡ тауарҙар контактһыҙ юл менән, дистанция һаҡлап тапшырыла.
3. Ирекмәндәр заказды битлек һәм бирсәткәлә башҡара. Улар махсус форма ла кейеүе ихтимал. Ирекмәндәр шәхси һаҡланыу саралары менән сауҙа итмәй.
4. Әгәр шик тыуһа, документ һорағыҙ һәм 8 (800) 200-34-11 һандары буйынса “ҡыҙыу линия”ға шылтыратығыҙ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.