Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Декабрь 2020, 19:30

Ирекмәндәр рәтендә төрлө кешеләр бар

Республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсус иҫкәртмә боршюраһы донъя күргән.

Республикала яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсус иҫкәртмә боршюраһы донъя күргән. Мәғлүмәти сығанаҡ ойошмалар, шулай уҡ фатирҙарға оло йәштәгеләргә ярҙам итеү өсөн барған ирекмәндәр аша таратыласаҡ.
Иҫкәртмәлә сирләп китмәҫ өсөн үҙ-үҙеңде нисек тоторға икәнлекте, кемдәргә бушлай дарыуҙар тейешлеген, уларҙы нисек юлларға һәм башҡа бихисап һорауҙарға яуаптар бар. Шулай уҡ унда сирҙең тәүге билдәләре барлыҡҡа килгәндә нимә эшләргә кәрәклеге лә ябай итеп аңлатылған, барлыҡ “ҡыҙыу бәйләнеш”тәрҙең телефондары бирелгән.
Брошюра “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы менән донъя күргән, тиражы 300 мең дана тәшкил итә.
Әйткәндәй, баш ҡалала оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаларын алып барғанда ирекмәндәр менән берлектә иҫкәртмәне Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да таратышҡан. Ул оло йәштәге граждандарға ҡурсаланыу режимы 31 декабргә тиклем дауам итәсәген иҫтәренә төшөргән.
Данира Әхмәтова киләһе йылда 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡурсаланыу режимын күҙәтә. Ул ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Рәмзил Ишһарин уға шәхсән рәүештә һораған кәрәк-яраҡтарын һәм буклет килтереп киткән.
Руза Гәрәева быйыл 70 йәшен билдәләгән. Ул – 1-се төркөм инвлиды, урамға сығып йөрөй алмай. Йорт эсендә һеңлеһе ярҙамлаша. Улар ҙа иремәндәрҙән хәстәрлек күргән.
“Бөгөн иремәндәр рәтендә депутаттар, эшҡыуарҙар һәм республикалағы барлыҡ битараф булмаған төрлө кешеләр бар. Пандемияны еңеребеҙгә ышанам, ул үтер, әммә ирекмәнлек һәм үҙ-ара ярҙам рухы тороп ҡаласаҡ”, - ти Рәмзил Ишһарин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 65 йәштән өлкәнерәк йәштәгеләр әлеге осорҙа өйҙә ултырырға тейеш. Уларға 11 сәғәттән 13 сәғәткә тиклем билдәләнгән ваҡыт арауығында ғына урамға сығырға мөмкин: ике сәғәт эсендә магазинға, дарыуханаларға һәм башҡа тормош ихтыяжы булған урындарға бара алалар. Бынан тыш, мотлаҡ битлек кейеү режимы һаҡлана.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының республика башҡарма комитетына ҡараған “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге үрҙә телгә алынған категория граждандарына даими ярҙам сараларын тормошҡа ашыра.
Ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала: 8-800-201-89-03. Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин: 8(347) 218-19-19.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас в