Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда йәнә 144 кеше коронавирус инфекцияһы йоҡторған, дөйөм сирлеләр һаны – 15265. Ауырығандарҙың 48 проценты – 26-50 йәшлек кешеләр, 22 проценты – 51-60 йәшлектәр. Дауаханаларҙа ауыр һәм уртаса хәлдәге 580 пациент ята, 17 кешенең хәле үтә ауыр, 11 пациент ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Был мәғлүмәттәр менән Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Йәнекәева таныштырҙы.
Дауаханаларҙа ковид өсөн бүленгән урындарҙың 22 проценты буш. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡтағы күп функциялы йоғошло ауырыуҙар үҙәге асыласаҡ һәм урындар тағы ла артыр тип күҙаллана. Дарыуҙар, һаҡланыу саралары барлыҡ медицина учреждениеларында ла етерлек.
5 декабрҙә Башҡортостанға коронавирустан тәүге ҙур партия вакцина килгән – 1200 берәмек. 7 декабрҙән прививка яһай башланылар.
Һүҙ “Гамалея” үҙәгенең “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы тураһында бара. Тәү сиратта прививкалар коронавирус йоҡторған сирлеләр менән эшләгән кешеләргә – табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә эшләнәсәк.
Вакцинаның икенсе партияһы Башҡортостанға декабрь аҙағына тиклем килеп етәсәк. Әлегә ковидтан прививкалар бушлай, табип йүнәлтмәһе буйынса тик дәүләт дауаханалары һәм поликлиникаларында эшләнәсәк.
Радий Хәбиров коронавирус тураһында ғына уйлап, гриптан вакцина яһарға онотмаҫҡа саҡырҙы. Билдәле булыуынса, әле Башҡортостан халҡының 40,9 проценты грипҡа ҡаршы прививка һалдырған.
Ковидҡа ҡаршы Ситуация үҙәге етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, өс аҙна эсендә колл-үҙәк 15,5 мең шылтыратыу ҡабул иткән, һуңғы аҙнала 6600 мөрәжәғәт эшкәртелгән.
Тәүге аҙналарҙағы кеүек үк, әле һаман амбулатор медицина ярҙамы алыу мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта ковид буйынса һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы шылтыратыуҙар һаны бер ни тиклем кәмегән.
Римма Әмир ҡыҙы ковидҡа ҡағылышлы реабилитациялау мәсьәләһенә иғтибар итергә саҡырҙы. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм ярҙам юлдары тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе.
Кисә быға тиклем дистанцияла уҡыған 40 муниципалитеттың VI – X класс уҡыусылары мәктәпкә барҙы, был – 145 меңдән ашыу бала. Ошо йәһәттән мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек саралары тағы ла көсәйтелә. Шулай уҡ ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләйәсәк, уҡытыусылар мотлаҡ битлектә йөрөргә һәм метр ярымлыҡ социаль дистанцияны һаҡларға тейеш, балалар таҡта янына сығып яуап бирмәйәсәк.
Пландар үҙгәрмәһә, балалар 30 декабргә тиклем уҡыясаҡ. Ҡышҡы каникул 11 ғинуарға тиклем дауам итә. Әлегә уны оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән.
Кәңәшмәлә юлдарҙа булған фажиғәләр тикшерелде. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев белдереүенсә, үткән аҙнала ла 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 73 кеше йәрәхәтләнгән һәм туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлгән.
Иң ҙур фажиғә Әбйәлил районында теркәлде. Үҫмерҙәр машинала йылҡы малына барып бәрелде. Һөҙөмтәлә өс баланың ғүмере өҙөлдө, икәүһенеке өсөн әле табиптар көрәшә.
– ЮХХДИ менән берлектә был хәлгә ҙур иғтибар бирегеҙ. Бик ауыр хәл, үҫмерҙәр һәләк булды, рулдә лә үҫмер ултырған. Был тарихта аттарҙы контролһеҙ сығарып ебәреүгә бәйле лә һорауҙар күп. Бының өсөн административ яза ла бар бит. Беҙ Баймаҡта булғанда ла ошо мәсьәлә күтәрелгәйне, ул хәл итеүҙе көтә, – тине Радий Хәбиров министрлыҡ вәкилдәренә.
Ысынлап та, ошо хәлгә бәйле, йәмәғәтселектә ҙур ғына тауыш ҡупты. Был яҡ райондарҙа аттарҙың юлдарҙа йөрөүе хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә мәсьәләне комплекслы хәл итеү мөһим.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда дөйөм суммаһы 1,198 триллион һумлыҡ 1392 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Уларҙың 212-һе (дөйөм хаҡы 811,7 миллиард һум) – өҫтөнлөклөләр иҫәбендә. Ғинуар-сентябрь күрһәткестәре буйынса, Башҡортостан илдә – 13, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Инвестиция күләме 14,5 миллиард һум тәшкил иткән 124 проект тамамланған, 387 эш урыны булдырылған. 259,5 миллиард һумлыҡ 401 инвестиция проектын башларға торалар. Улар 2040 йылға тиклем тормошҡа ашырылырға тейеш. Яҡынса 16,4 мең эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Моноҡалаларҙа булдырылған ТОСЭР-ҙарға 71 резидент йәлеп ителгән. 6,7 мең эш урыны булдырылған.
“Алға” махсус иҡтисади биләмәһе резиденттары реестрына һигеҙ миллиард һумдан ашыу инвестиция һалған дүрт компания индерелгән, улар бер меңдән ашыу эш урыны булдырған. Әле тағы ике резиденттың тәҡдиме ҡарала.
Радий Хәбиров был йүнәлештәге эшмәкәрлекте ыңғай баһаланы һәм артабан дауам итергә ҡушты.
Кәңәшмәлә ҡаралған тағы бер мөһим мәсьәлә көҙгө саҡырыуға бәйле булды. Республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич был эшкә йомғаҡ яһаны.
Быйыл көҙ 24 мең 82 кеше повестка алған, 18 мең егетте медицина комиссияһы үтеү өсөн саҡырғандар. Уларҙың 3947-һе армияға бара. 7 декабргә ҡарата 3044 кеше хеҙмәт итергә киткән. 211 армияға саҡырылыусы медицина комиссияһы ағзалары эшмәкәрлегенә ялыу иткән, уларҙың сроклы хеҙмәткә китмәүе ихтимал.
– Планды үтәү өсөн тағы 400 граждан етмәй. Республиканың 12 районында саҡырыу нормаһынан 70 проценттан кәм кеше саҡырылған. Өҫтәмә тикшереүгә өс меңдән ашыу егет ебәрелгән, тик 624 граждан уны үтеп бөтмәгән, – тине Михаил Блажевич.
Әйткәндәй, быйыл яҙғыһын 2,5 мең кеше саҡырылып та килмәгән, уларҙың ни бары 30 процентын ғына тапҡандар.
Михаил Блажевич ҡасып йөрөгәндәрҙе эҙләү, медицина комиссияларын ваҡытында үткәреүгә ҙурыраҡ көс һалырға, ә Эске эштәр органдары һәм прокуратура вәкилдәренә саҡырылырға тейеш граждандарға юридик хеҙмәт күрһәткән фирмалар эшмәкәрлегенә иғтибар бүлергә тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға был мәсьәлә менән ныҡлы шөғөлләнергә ҡушты.
Быйылғы йылдың 11 айында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 3150 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм 9,1 миллиард һумлыҡ ҡорамал һатып алған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был 2,6 миллиард һумға күберәк. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо хаҡта белдерҙе.
Әммә үҫеш ҙур тиҙлек менән барһа ла, республика агросәнәғәт комплексында техник тәьминәт йәһәтенән нормативтарға өлгәшелмәгән. Шуға күрә Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы предприятиеларын әүҙемерәк булырға, шул иҫәптән лизинг өлкәһендә йылдамлыҡ күрһәтергә саҡырҙы.
“Росагролизинг” менән хеҙмәттәшлек итеү арҡаһында күп муниципалитеттар техника һәм ҡорамал паркын яңырта алған. Быйыл 11 айҙа ошо рәүешле 1,6 миллиард һумлыҡ техника алынған, был былтырғы йыл менән сағыштырғанда өс тапҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттар лизинг программаһына инә алмаған. Артта ҡалған хужалыҡтар араһында Архангел, Белорет, Бөрйән, Йылайыр һәм Ҡалтасы райондары бар.
Яҙғы сәсеү кампанияһына ла әҙерлек башланған. Министр белдереүенсә, 56 ремонт-хеҙмәтләндереү предприятиеһы техниканы капиталь ремонтлауға һәм яңыртыуға тотонған да.
– Беҙ аграрийҙарға лизингҡа техника алырға ярҙам итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Район башлыҡтары был йүнәлештә әүҙем эшләргә тейеш. Ауыл хужалығы тармағын яңыртыу – беҙҙең өсөн бик мөһим йүнәлеш.