Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә тағы ла 148 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 15560-ҡа етте. Һауыҡҡандар – 12702 (һуңғы тәүлектә 162 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм иҫәбе – 94.
Республика стационарҙарында – 618 (шул иҫәптән 45 кеше ауыр хәлдә, 13-ө үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 2146 ауырыу дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 1797432 тикшереү үткәрелгән, һуңғы тәүлектә - 11190.
Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 417 кешегә ошо диагноз ҡуйылған, был ауырыуҙан һауыҡҡан 405 пациент дауахананан сығарылған.