Нефтекама ҡалаһына ҡараған Ҡырым-Һарай ауылында өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы. Әйтергә кәрәк, әлегә тиклем бында бер ҡасан да медицина пункты булмаған.
ФАП биләмәһе матур итеп тимер рәшәткә менән уратып алынған. Ошонда уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн контейнерҙар ултыртылған. Медицина пунктына тиклемге юл уңайлы итеп эшләнгән. Инеү урынында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандус та бар.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына һыуыҡ һәм эҫе һыу, телефон үткәрелгән, канализация, сүп-сар ташлау селтәре эшләнгән. Яңы пункттың дөйөм майҙаны – 100 квадрат метрҙан ашыу.
Фельдшер Светлана Мөхәмәҙуллинаның хеҙмәт стажы – һигеҙ йыл. Ул “Ауыл фельдшеры” программаһына ярашлы ярҙам алыуға өлгәшкән. Был программаның маҡсаты – урта медицина белеменә эйә белгестәрҙе ауыл еренә эшкә йәлеп итеү, район үҙәгенән, ҡаланан алыҫ урындарҙа йәшәгән халыҡҡа уңайлы медицина ярҙамы күрһәтеү.
Яңы ФАП-та ЭКГ аппараты, глюкометр, спирометр, күҙҙең эске баҫымын контактһыҙ тикшереү ҡорамалы, дефибриллятор бар.
Яңы һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы яңы тыуған сабыйҙарҙы бағыуға, тейешле медицина ярҙамы күрһәтеүгә лә иҫәпләнгән. Шуға күрә бында бала биләү өҫтәле, үлсәү һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр алынған.
ФАП-та тар йүнәлештәге белгестәргә яҙылырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, графикка ярашлы, Нефтекама табиптары күсмә ҡабул итеүҙәр ҙә ойошторасаҡ.
Ә инде “Ауыл фельдшеры” программаһына килгәндә, ул беҙҙә 2016 йылда булдырылғайны. Быйыл Башҡортостанда әлеге программаға ярашлы, ауыл еренә эшкә барған 40 фельдшер 500 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. 1 декабргә ҡарата уларҙың 35-енә әлеге ярҙам тапшырылған, тағы биш кеше менән килешеү төҙөлгән.
Фото Нефтекама ҡалаһының “Красное знамя” гәзите сайтынан.