Мәғлүм булыуынса, Өфөлә йәмғиәттәге хәлгә бәйле Ковидҡа ҡаршы үҙәк эшләй башланы. Ошо үҙәк белгестәре һеҙгә сираттағы көнүҙәк кәңәштәрен тәҡдим итә.
Өйҙәгеләр араһында кемдер коронавирус йоҡторһа, нимә эшләргә?
* Сирле кешене айырым бүлмәгә урынлаштырығыҙ.
* Ғаиләлә һәр кемдең айырым һауыт-һабаһы, таҫтамалы, түшәге һәм эске кейемдәре булһын.
* Бер-берегеҙҙән кәмендә 1,5 метр арала торорға тырышығыҙ. Айырым туҡланығыҙ, бергәләшеп телевизор ҡарауҙан баш тартығыҙ.
* Бүлмәләрҙе елләтегеҙ, көнөнә ике тапҡыр еүеш сепрәк менән өйҙө йыйыштырып алығыҙ.
* Йорт эсендәге йыһазды, иҙәндәрҙе һәм башҡа әйберҙәрҙе дезинфекциялау өсөн һабын йәки махсус ҡатнашмалар файҙаланығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы ла йышыраҡ йыуығыҙ һәм зарарһыҙландырығыҙ. Был түшәккә һәм һауыт-һабаға ла ҡағыла.
* Битлекте сискәндән һуң, полиэтилен йә ҡағыҙ пакетҡа һалығыҙ, эҫе һыуға дезинфекция ҡатнашмаһы ҡушып зарарһыҙландырыу зарур.
* Күберәк шыйыҡса эсегеҙ. Температураны контролдә тотоғоҙ. Мөмкинлек булһа, сатурацияны (ҡандағы кислород миҡдары) һәм ҡан баҫымын да үлсәгеҙ. Бының өсөн пульсоксиметр һәм тонометр кәрәк.
Әгәр ҙә минең коронавирусҡа анализым һөҙөмтәһе ыңғай икән, яҡындарыма ла уны тапшырыу мотлаҡмы?
Был йәһәттән күптән түгел яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, ғаилә ағзалары сирләп киткән осраҡта, кеше ике аҙнаға изоляцияға китергә тейеш. Әммә сир билдәләре барлыҡҡа килһә, анализ тапшырыу фарыз.
Коронавирусҡа ҡайҙа анализдар тапшырырға мөмкин?
Әгәр ҙә һеҙҙә сир билдәһе юҡ, әммә белешмә талап ителә икән (мәҫәлән, пландағы операция яһау өсөн), коронавирусҡа полимераз сылбырлы реакция (ПЦР) анализын түбәндәге адрестар буйынса тапшырырға мөмкин:
1. “Медиалаб”, +7 937 309-46-84, (347)262-73-77.
2. “Лорак”лаборатор диагностика үҙәге, 8 (347) 244 55 50, (347) 244-55-60.
3. “МЕГИ” медицина үҙәге, 8 - 800-234-70-70.
4. “Лаборатория” тикшеренеү үҙәге, 8 (347) 200-81-71.
5. “Медицина тикшеренеүҙәр үҙәге”, 8 (347) 216-22-33.
6. “Медсервис” (Салауат ҡалаһы), 8- 800 250-32-90.
7. Башҡортостан буйынса Гигиена һәм эпидемиология үҙәге:
Күмертау – (34761) 4-38-85.
Туймазы – (34782) 7-25-96.
Стәрлетамаҡ – (3473) 43-68-00.
Был хеҙмәттәрҙең барыһы ла түләүле! Хаҡын һәр медицина ойошмаһы үҙе билдәләй. Әгәр ҙә һеҙҙә сир билдәләре бар икән, йәшәгән урынығыҙҙағы поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ: терапевт йүнәлтмә бирер.
Дәүләт медицина ойошмаларында тест бушлай эшләнә.
Тағы бер мөһим ғәмәл: анализға ебәреү- ебәрмәүҙе табип хәл итә.
Әгәр кеше хәленә бәйле (мәҫәлән, инсульт, фалиж,) йөрөй алмай йә юғары температура менән өйҙә ята икән, унан анализдарҙы йортҡа килеп алыуҙары ихтимал.
Нисек тесты дөрөҫ тапшырырға?
Коронавирусҡа биоматериал танауҙан һәм йотҡолоҡтан алына, был процедура алдынан теш таҙартырға, тәмәке тартырға, вирусҡа ҡаршы препараттар ҡабул итергә ярамай, ике сәғәт алдан ашау ҙа тыйыла. Был тест һөҙөмтәһе дөрөҫ булһын өсөн бик мөһим.