Билдәле булыуынса, 16 ноябрҙән баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге эшләй. Унда хеҙмәт итеүсе, коронавирусҡа ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында булыусы сираттағы замандашыбыҙ менән таныштырабыҙ.
Үҙәктең тим-лидерҙарының береһе – төркөм етәксеһе вазифаһын Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа бүлек белгесе булып эшләгән Гөлназ Факил ҡыҙы Алтынбаева ла башҡара. Уның ҡул аҫтында – 11 оператор.
– Көндән-көн үҙәктең эше һәр йәһәттән камиллаша бара. Әйтеүебеҙсә, бында операторҙар, медицина белгестәре, Башҡортостандың берҙәм һанлы медицина порталы хеҙмәткәрҙәре, техник эшсәндәр бер бөтөн булып эшләй, үҙ-ара бәйләнеш, ярҙам бик көслө, сөнки үҙәккә эшкә килгән һәр кем аңлай: был – ваҡыт талабы, заман ихтыяжы. Йәшерен-батырыны юҡ, йәмғиәттә коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле көсөргәнеш тәүге сиратта медицина тармағы иңенә ятты. Һәр ҡайҙа кешеләр эшләгәнен онотмайыҡ, улар ҙа арый, улар ҙа иғтибарға, ярҙамға мохтаж.
Үҙемә ҡалһа, кешеләргә ярҙам итә алыуыма шатланам да, ғорурланам да. Бигерәк тә яҡындарын-дуҫтарын юллап мөрәжәғәт иткән кешеләр өсөн борсолам. Мәҫәлән, бер инәйҙе “ашығыс ярҙам” менән алып киткәндәр. Ул яҡындарына ла, күрше-тирәгә лә хәлен әйтеп өлгөрмәгән. Унан тикшереүҙәр үткәнсе, дауаханаға ятҡансы байтаҡ ваҡыт үткән. Ә туғандары һәм күршеләре уны юғалтҡан, шылтыратмаған ерҙәре ҡалмаған. Һуңғы сиктә үҙәк менән бәйләнешкә инделәр, беҙ медицина учреждениелары, берҙәм һанлы медицина системаһы аша пациенттың ҡайҙа икәнлеген белеүгә өлгәштек һәм борсолоусыларға хәбәр иттек. Әйткәндәй, үҙәктә ҡабул ителгән бер генә һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Ниндәй генә ҡатмарлы булмаһын, операторҙар, белгестәр уны хәл итергә тырыша һәм шылтыратыусы менән бәйләнешкә сығып, мәсьәләнең ахырын асыҡлай.
Шундай ҙа хәл булды: үҙәккә үзбәк кешеһе шылтыратты. Баҡһаң, ул билет һатҡан сайттарҙың береһендә тыуған яғы Үзбәкстанға арзанлы самолет билеттары һатылыуын күреп ҡалған да, ҡайтып килергә ниәтләгән. Билет алынғас ҡына самолет бортына ултырыу өсөн ковидҡа анализ һөҙөмтәһе талап ителеүен күргән. Ә самолетҡа бер нисә сәғәт кенә ҡалған! Иларҙай булып, ул үҙәк операторҙары менән бәйләнешкә ингән. Ҡыҙҙар полимераз сылбырлы реакцияға экспресс-тест эшләүсе лабораторияны табып, был кешене ашығыс рәүештә сиратҡа яҙҙырҙы. Һөҙөмтәлә, ул Үзбәкстанға ҡайтып китте. Бына шундай ҙа хәлдәр була.
Эшебеҙ көндән-көн камиллаша бара. Беҙ ҙә өйрәнәбеҙ, техник йәһәттән дә эшебеҙҙе еңеләйтәләр. Мәғлүмәттән, аяныслы яңылыҡтарҙан арыған үҙәк хеҙмәткәрҙәренең күңелен бер ғәмәл йылыта, ул да булһа кешеләрҙең оло рәхмәте, йылы һүҙҙәре. Иң ҙур бүләк – беҙгә ошо, – ти Гөлназ Факил ҡыҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ярҙамға мохтаждар "ҡыҙыу бәйләнеш" телефонына шылтырата ала:
Унан тыш, коронавирусҡа бәйле хәл буйынса дистанцияла консультация, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар алам тиһәгеҙ, Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәгенә иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин:
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.